Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 17:49

COVID-19 –контроль аҫтында

Учалы ПНИ-һы ҡатмарлы хәлдә

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников Учалы журналистары өсөн брифинг ойошторҙо.
Был хаҡта алдан да яҙғайныҡ, һуңғы мәғлүмәттәр -Учалы ауылындағы психоневрология интернатында байтаҡ хеҙмәткәрҙә, 16 социаль хеҙмәтләндереү алыусыла (пациентта) коронавирусҡа анализ ыңғай һөҙәмтә биргән.
-Был ғәҙәттән тыш хәлде йырып сығыу өсөн барыһы ла эшләнде, әле ситуация тулыһынса контроль аҫтында, - тип тынсландырҙы Юрий Михайлович.
Төп өлөштә сир еңел формала үтә, шуға ла ни бары ике пациентты дауаханаға һалырға тура килгән, 14 кеше айырым бүлексәлә шул уҡ интернатта дауалана. Ә сирләгән хеҙмәткәрҙәргә алмашҡа ирекмәндәр йәлеп ителгән икән. Ҙур күләмдә төрлө анализдар үткәреү дауам итә.
Читайте нас: