Яйыҡ
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:55

Үҙеңә уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Өс һәм унан күберәк балаһы булған хеҙмәткәрҙәр өлкән балаһына 18 йәш тулғансы үҙҙәренә уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин.

Өс һәм унан күберәк балаһы булған хеҙмәткәрҙәр өлкән балаһына 18 йәш тулғансы үҙҙәренә уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тейешле федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе.
«Әлеге ваҡытта күп балалы хеҙмәткәрҙәргә өлкән балаһы 12 йәшкә еткәнсе отпуск алыу өсөн уңайлы ваҡыт һайлау хоҡуғы бирелә, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ләкин 12 йәштә баланың хоҡуҡи статусы үҙгәрмәй. Ғаилә бала бәлиғ булғансы күп балалы тигән статусын һаҡлай. Был осорҙа ғаиләнең дәүләт билдәләгән хоҡуҡтар менән файҙаланыу мөмкинлеге булырға тейеш. Беҙ ошо льготаның көсөн оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ».
Хеҙмәт ҡануниәтенә тәҡдим ителгән төҙәтмә йәмғиәттә ишле ғаиләнең статусында ыңғай сағылыш табыр, тип иҫәпләйҙәр парламентта.
https://www.bashinform.ru/news/1474928-mnogodetnye-roditeli-detey-do-18-let-smogut-brat-otpusk-v-lyuboe
Читайте нас в