Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 14:15

Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡҡан

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡҡан. Гөлназ Инстаграмда никах мәлендә төшкән фотоларын ҡуйған.

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гөлназ Асаева кейәүгә сыҡҡан. Гөлназ Инстаграмда никах мәлендә төшкән фотоларын ҡуйған. Хатта никах ҡағыҙын да һалған. Ире менән бергә төшкән стористары менән дә уртаҡлашты. Шуларҙың береһенең аҫтына: “Ҡаршы алығыҙ, ирем” тип яҙҙы ул.
Башҡортостан гәзите яҙыуынса, Гөлназдың ире, шулай уҡ йырсы, Вилли ҡушаматы аҫтында йырлаған Вилдан Шәмсетдинов булып сыҡты. Ул Элвен Грей лейблына ингән артист. Ә күптәр уны танымауының сәбәбе, йырсы элегерәк тулы булған, ә никахына матур ғына итеп ябыҡҡан икән.
Кисә генә никах үткәргән Гөлназ Асаева бөгөн мөһим эштәр менән була. Ул ире менән бергә бизнес эшләй башлаған һәм халыҡты йыйып осрашыуҙар үткәрә
Фото: Инстаграм.
Читайте нас в