Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 12:55

Һис тә килешмәгән ҡылыҡ

Хеҙмәткәрҙәрен мәйетханаға бикләгән, ти.

Архангел районының Үҙәк район район дауаханаһында баш табип Людмила Хәтмуллина үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған, тип белдерҙе "Башинформ" агентлығы. https://www.bashinform.ru/bash/1474936/
Баҡһаң, май айында Архангел үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташтары сирле пациент менән бәйләнештә булғандан һуң үҙҙәрен моргҡа бикләп ҡуйыуҙары тураһында белдергән була.
Киң мәғлүмәт саралары уларҙың "ғәҙәти булмаған обсерваторҙа" төн үткәреүҙәре хаҡында яҙып сыҡты. Ләкин ул саҡта баш табип был мәғлүмәтте кире ҡағып, хеҙмәткәрҙәрҙең морг менән бер бинала урынлашҡан бактериологик лабораторияла ҡуныуҙарын әйтә.
Китер алдынан баш табип коллектив менән осрашып торманы. Тиҙҙән яңы етәксе менән таныштырырға тейештәр, ти.
Читайте нас: