Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:25

Отош дауам итә

Отош дауам итә. Был юлы бәхет Ҡорама ауылында йәшәүсе Фәрхәнә Ҡәйүповаға йылмайҙы. Бүләккә уға термос эләкте. Еңеүсебеҙ үҙе килә алмағас, бүләкте редакциянан Хәлил кейәүе килеп алды.

Отош дауам итә. Был юлы бәхет Ҡорама ауылында йәшәүсе Фәрхәнә Ҡәйүповаға йылмайҙы. Бүләккә уға термос эләкте. Еңеүсебеҙ үҙе килә алмағас, бүләкте редакциянан Хәлил кейәүе килеп алды.
Фәрхәнә Ғабдрахман ҡыҙына 88 йәш, ул 1932 йылда донъяға килгән. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, ул быуындың ниндәй михнәттәр күреп үҫкәнлеген аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер. Беҙҙең дә еңеүсебеҙ туғыҙ йәшенән колхозда эшләй башлай. 1948 йылда әсәһе вафат булғас, йәш ҡыҙҙы Троицкиға Татар-башҡорт педагогия училищеһына уҡырға ебәрәләр. Һөнәр үҙләштергәс, Фәрхәнә Ҡәйүпова ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ эшкә ҡайта. 35 йыл уҡытыусы һөнәренә тоғро була ул. Яҡшы мөғәллимә булғандыр, сөнки ул уҡытҡан уҡыусылар Фәрхәнә Ғабдрахман ҡыҙы әле булһа онотмайҙар, килеп, хәлен белеп, кәңәшләшеп китәләр.
Фәрхәнә ханым үҙе кеүек үк һуғыш осоронда күп ауырлыҡтар күргән Ғәбдрәшит Минасов атлы уҙаман менән ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире һәм ике улы был донъяларҙан иртә китеп барған. Фәрхәнә Ҡәйүпова ҡыҙының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең хөрмәтенә һәм ихтирамына сорналып донъя көтөүен дауам итә. Гәзит-журналдар алдыра, кроссворд сисеүгә лә ифрат әүәҫ.
- Хәлемдән килгәнсә, йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, нигеҙҙе һыуытмай ғүмер иткән көнөм. Балаларыма рәхмәт, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендәмен, - ти еңеүсебеҙ.
Читайте нас: