Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:25

Әсәһе улы өсөн бик ҡайғырған

Межгорье ҡалаһынан Максим Попов Өфө пляжында бармен булып эшләй. Кисә уның батырлығы барлыҡ республикаға биләдле булды.

Межгорье ҡалаһынан Максим Попов Өфө пляжында бармен булып эшләй. Кисә уның батырлығы барлыҡ республикаға биләдле булды. Кисә иртүк ул ғәҙәттәгесә «Ҡояшлы» пляжында үҙ эше менән мәшғүл була һәм шул саҡ янына бергә эшләгән официант ҡыҙ йүгереп килә. «Унда кеше һыуға бата!» тип хәбәр һала. Егет күп уйлап тормай юл ыңғайы кейемдәрен сисеп, йылғаға табан йүгерә. Һыу өҫтөндә бата башалған егет менән ҡыҙҙы күрәеп ҡала.Максим ҡыҙҙы аяғы һыу төбөнә еткәнсе яр ситенә этә лә, үҙе тиҙерәк егеткә ярҙамға ашыға.
- Егет минән ауырыраҡ ине, шуға ла бер аҙ ҡурҡытты. Егеткә бер аҙ тынысланырға ҡуштым, һуңынан ҡулынан алып ярға һөйрәй башланым. Имен-аман һыуҙан сыҡтыҡ, - ти ул.
Ағиҙел ярында был мәлдә байтаҡ кеше була, әммә уларҙың береһе лә ярҙамға килмәгән. Һуңынан асыҡланыуынса бәләгә тарыусылар ҺИндостандан килгәндәр, яр буйында дуҫтары менән тыуған көн үткәргәндәр, эскелек булмаған. Көслө ағым арҡаһында саҡ һыу төбөнә китмәгәндәр.
Максимдың әсәһе һуңынан улының был ҡылығын ишетеп бик ҡайғырған.
«Әсәйемдең күҙҙәрендә йәш ине, ләкин мин дә, кешеләр ҙә иҫән-һау» - ти егет.
Максим быға тиклем армияла хеҙмәт итергә һәм профессиональ ҡотҡарыусы булырға теләгән, ләкин йөрәк кәмселеге арҡаһында уны хеҙмәткә алмағандар.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Максимды наградаға тәҡдим итергә ниәтләй.
Читайте нас: