Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:35

Шаршамбыға тиклем урман янғындары һүндерелергә тейеш

Көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы сәбәпле Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында урман янғындары ҡоторҙо, шулай уҡ Учалы районында ла урмандар янды.

Көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы сәбәпле Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында урман янғындары ҡоторҙо, шулай уҡ Учалы районында ла урмандар янды. Бынан тыш Белорет, Йылайыр һәм Бөрйән райондарында ут сығанаҡтары теркәлде. Иң ҙур янғын Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында булды, унда 2018 гектар урманды ут ялмап алды.
Башҡортостаным яңылыҡтары хәбәр итеүенсә, ошондай ҙур масштаблы янғын һуңғы тапҡыр 2010 йылда теркәлгән булған. Янғындарҙы һүндереүҙә ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Ҡотҡарыусылар араһында ирекмәндәр (шул иҫәптән күрше Силәбе өлкәһенән) эшләй.Башҡортостандың урман хужалығы министры билдәләүенсә, шаршамбы, 22 июлгә, бөтә янғындар һүндерелергә тейеш.
Читайте нас: