Сираттағы еңеүселәребеҙ менән таныштырырға ашығабыҙ - Уральск ауылынан Рәзифә һәм Абрар Хиббановтар. Бүләккә уларға бысаҡтар йыйылмаһы эләкте. Үҙҙәре килә алмағас, бүләкте Айнур ейәндәре килеп алды.
Рәзифә Миржан ҡыҙы ғүмере буйына “Байрамғол” совхозында эшләгән. 12 йыл дауамында малсылыҡ тармағында һауынсы булараҡ тир түкһә, 24 йыл совхоз икмәкханаһында икмәк-ҡаластар бешергән. Был һөнәрен ханым шул тиклем яҡшы белә, хатта бынан тиҫтә йыл элек Учалы икмәк заводы ойошторған конкурста ҡатнашып, I урын яулауға һәм төп приз – телевизор алыуға өлгәшә. Конкурста Рәзифә апай ҡомалаҡ йыйыу, уны киптереү, икмәк бешергәндә уны нисегерәк һәм ниндәй күләмдә ҡулланыу серҙәре менән уртаҡлашып, үҙ рецебы менән икмәк бешерергә өйрәтә икмәк заводы хеҙмәткәрҙәрен. “Еңеүсе” тип аталған был икмәк әле булһа учалыларҙың яратып ашаған ризығы.
Абрар Иманбай улының хеҙмәт юлы “Байрамғол” совхозының төҙөлөш тармағы менән бәйләнгән. Уҙаман яҡшы балта оҫтаһы булараҡ билдәле.
Хиббановтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Бөгөнгө көндә һәр береһе үҙ тормоштары менән матур донъя көтәләр. Ун бер ейәндәре һәм ике ейәнсәрҙәре бар.
Ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерергә лә маһир еңеүселәребеҙ. Әйткәндәй, Хиббановтар яңы бәрәңгенән ауыҙ итә лә башлаған икән.