Яйыҡ
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 14:00

Сирлеләр һаны артыу өҫтөндә

Ҡала-районыбыҙҙа коронавирусҡа бәйле яңылыҡтар бер ҙә ҡыуандырмай. Тынысланырға урын юҡ, эпидемологик хәл көсөргәнешле ҡала. 20 июлгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Учалы районында эпидемия башланғандан бирле 194 кешенең коронавирус йоҡтороуы асыҡланған.

Ҡала-районыбыҙҙа коронавирусҡа бәйле яңылыҡтар бер ҙә ҡыуандырмай. Тынысланырға урын юҡ, эпидемологик хәл көсөргәнешле ҡала.
20 июлгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Учалы районында эпидемия башланғандан бирле 194 кешенең коронавирус йоҡтороуы асыҡланған. Уларҙың 53-ө амбулатор рәүештә дауалана, 141 кеше һауыҡҡан, дүрт пациент республиканың башҡа медицина учреждениеларында дауаланыу үтә. 5456 тикшереү уҙғарылған, шул иҫәптән 271 баланан анализ алынған. Өс баланың коронавирус менән сирләүе асыҡланған. Уларҙың сире еңел формала үтә, өйҙә дауаланалар. Төбәгебеҙҙә инфекцияның күбәйеүе сәбәпле, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарарына ярашлы, 14 июлдән бала табыу йортонда урынлашҡан ковид госпитале ҡайтанан эшләй башланы. Шулай уҡ госпиталдә медицина хеҙмәткәрҙәре вахта ысулы менән эшләйәсәк. Беренсе вахта 14 июлдән 28 июлгә тиклем дауам итә, дүрт сәғәтлек эш көнө билдәләнгән. Бригадала өс табип-терапевт, инфекция бүлеге мөдире, табип-пульмонолог, терапевт һәм реаниматолог.
Госпиталь 70 урынға иҫәпләнгән, әлеге ваҡытта унда 64 кеше ята. Дүрт пациенттың анализдары коронавирусҡа ыңғай һөҙөмтә күрһәткән, ҡалған 60 кешелә вирус лаборатор рәүештә раҫланмаған, уларға бактериаль-вируслы пневмония ҡуйылған. Районыбыҙҙа коронавирустан үлеүселәр теркәлмәгән.
Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында психоневрология интернатында коронавирус таралыуы тураһында яҙғайныҡ. Учреждение хеҙмәткәрҙәре 30 марттан вахта ысулы менән эшләйҙәр. Вахталарын башлар алдынан уларҙан өс көн алда анализдар алынған. Кире һөҙөмтә булғанда ғына эшләргә рөхсәт бирелгән. Инфекция сығанағын бөтөргәс, тикшереүҙәр буласаҡ, тиҙәр. Һорауға асыҡлыҡты Роспотребнадзор индерәсәк.
Бөгөнгө көндә учреждениела Өфө ҡалаһының психиатрия дауаханаһынан белгестәр эшләй. Шулай уҡ эпидемиолог, табип-терпаевт һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре килгән. Инфекцион госпиталдең етәксеһе итеп Ишембай ҡалаһы дауаханаһының баш табип урынбаҫары тәғәйенләнгән. 18 июлдә инфекционистарҙан, пульмонологтарҙан, терапевтарҙан торған тағы бер төркөм белгестәр килгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре ПНИ-ның “бысраҡ зонаһы”на барасаҡ. Бер өлөшө беренсел ҡабул итеүгә ултырасаҡ. Терапевтар һәм тар белгестәр ковид госпиталендә эшләйәсәк. ПНИ-ның коронавирус йоҡторған 11 хеҙмәткәре изоляторҙа. 17 июль көнө өсәүһен махсус тиҙ ярҙам бригадаһы менән КТ үткәрергә алып барғандар. Уның һөҙөмтәһенә ҡарап ауырыуҙарҙы ковид госпиталенә урынлаштырыу һорауы хәл ителәсәк.
Үҙәк ҡала дауаханаһы ла көсөргәнешле режимда эшләй, белгестәр етә. Кәрәк тип тапһалар, ауырыуҙарҙы ҡабул итеүгә фельдшерҙарҙы ла ултырталар. “Ҡыҙыл зона”ға быға тиклем 70 кеше мөрәжәғәт иткән булһа, хәҙер көнөнә 150 кешене ҡабул итәләр, икенсел ҡабул итеүгә - 250 кеше!
Компьютер томографы боҙолған, тигән имеш-мимештәр сыҡҡайны. Табип белдереүенсә, КТ эшләй. Июль аҙағында, август башында тағы бер КТ аппараты килеүе көтөлә. Заманса ҡорамалдың “Ковид” тигән айырым программаһы ла бар икән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙар һаны көндән-көн арта бара. Әммә, халыҡтың вайымһыҙлығына аптырарһың. Коронавирус менән ауырыусы яҡташтарыбыҙҙың битлекһеҙ магазиндарҙа, дауаханаларҙа йөрөүҙәрен бер нисек тә аңлатып булмай. Үҙҙәрен уйламаһалар, ҡалғандарҙы уйлаһындар ине, исмаһам.
Әйткәндәй, уҙған аҙнала районыбыҙға санавиация килеүе учалылар араһында шау-шыу ҡуптарҙы. Мәғлүм булыуынса, вертолет менән Учалыға хирург килгән. Эренле хирургия бүлегендә 35 йәшлек пациентҡа торакаль хирургтың консультация ярҙамы кәрәк булған. Шулай уҡ Рудник ҡасабаһында киләсәктә АН-2 самолетын ултыртыу буйынса майҙансыҡты ла ҡарағандар. Район муниципалитеты киләсәктә был майҙансыҡты йыл әйләнәһенә санавиация транспорт саралары төшә алырлыҡ итеп әҙерләргә тейеш.
Район буйынса таралған имеш-мимештәргә лә асыҡлыҡ индерҙеләр. Шулай итеп үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы һәм башҡа етәкселәр үҙ урынында. ПНИ-ның баш табибы ауырып китеү сәбәпле, уны ковид госпиталь асылмаҫ борон Белорет ҡалаһына дауаланырға ебәргәндәр. Ҡаланы ябыу тураһында әлегә бер ниндәй ҙә һүҙ юҡ, бөтә юлдар ҙа асыҡ.
Читайте нас в