Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 18:40

Туғаның булһын туған!

Сәйер заманда йәшәйбеҙ, Туғандар бөгөн - башҡа. Йөрөшмәйҙәр бер-беренә, Күренмәй күҙгә-башҡа.

Туғаның булһын туған!
Сәйер заманда йәшәйбеҙ, Туғандар бөгөн - башҡа. Йөрөшмәйҙәр бер-беренә, Күренмәй күҙгә-башҡа. Киләләр бары... ашҡа. Һөйләшәләр, ыҙғышалар - Әллә эштәре юҡмы? Үҙҙәре генә һәйбәттәр! Фәләндең балаһы... төгән, Белмәйем, беҙгә лайыҡмы? Улар ғына дөрөҫ йәшәй, Тормоштары - етешкән. Балалары ла ал да гөл, Ейәндәр ҙә - бик шәптәр, Барыһы алтын-көмөштән... Өс көнлөк фани донъяла Кәрәкмәй маҡтанырға?! Көнләшергә бер-береңдән, Ғәйбәт-ялған һатырға, Яҡының яманларға? Туғаның булһын ул туған, Булмаһын асы һуған! Һәр саҡ яҡын, ғәзиз кешең, Ҡан тартмаһа, йән тартылған, Ысын, ихлас яратылған. Беребеҙ ҙә хаталарҙан Азат түгел, аңлаһын! "Ғәйеп-гонаһ кемдә юк?" - тип, Кисерһен ул, аҡлаһын, Шул рәүешле сафланһын. Үҙ-ара хөрмәт итешһен, Быcратмаһын, һанлаһын, Яҡлаһын һәм һаклаһын. Асыу килгән саҡтарҙа ла Сабыр булып ҡалалһын! Хаҡ Тәғәлә ҡаршыһында Барыбыҙ ҙа - бер тигеҙ! Әҙәм итеп Ул яралтҡан — Ҡиммәт ниғмәт! Рәхмәт әйтеп, Кеше булып йәшәйек беҙ! Туғанлыҡты һаҡлай беләйек, Ғүмер йәмһеҙ уҙмаһын. Китер ваҡыттар еткәндә: "Ниңә шулай булдыҡ һуң?!" - тип, Ғазапланыу яҙмаһын! Илгизә Ғәзизйәнова-Нәзирова.
Фото: fotokto.ru
Читайте нас: