Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:38

Уңыш - ҡунаҡбайҙарҙа

Отошта уңыш ҡунаҡбайҙарға йылмайҙы. Рәүзәнә һәм Сабур Баҡыевтар 10 кг шәкәр отто (әйткәндәй, шәкәр тағы ла уйнатыласаҡ әле).

Отошта уңыш ҡунаҡбайҙарға йылмайҙы. Рәүзәнә һәм Сабур Баҡыевтар 10 кг шәкәр отто (әйткәндәй, шәкәр тағы ла уйнатыласаҡ әле).
Рәүзәнә Әһел ҡыҙы колхозда хеҙмәт иткән, һуңынан 27 йыл һатыусы булып эшләгән. Дөйөм хеҙмәт стажы 37 йыл.
Ә Сабур Барый улы ғүмер буйы “Яйыҡ” колхозында водитель булған. Уның хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йыл.
Баҡыевтар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөнгө көндә өс ейәндәре, бер ейәнсәрҙәре һәм бер бүләләре бар.
Рәүзәнә апай – дини кеше. Ҡунаҡбайҙа ойошторолған “Аҡ теләк” ағинәйҙәр ҡоронда шөғөлләнергә лә өлгөрә. Самат улдары ла диндар. Вахта ысулы менән Себерҙә эшләүсе егет күңел ҡушыуы, талабы буйынса хаҡ юлға килгән, намаҙ ҙа уҡый ти. Бар яҡтан өлгөлө һәм күркәм ғаиләгә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: