Баҫмабыҙға 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында ойошторолған уйындың икенсе еңеүсеһе – Нурсилә Баҡыева. Нурсилә Мәхмүт ҡыҙы Ҡолош ауылынан. Бүләккә уға йәшелсә турағыс эләкте.
Нурсилә Мәхмүт ҡыҙы сығышы менән Сәфәр ауылынан. Ҡолош ауылына килен булып төшкәс, ғүмер буйы “Урал” колхозында һауынсы булып эшләй. Хеҙмәт стажы өс тиҫтә йылдан ашыу.
Ире Ислам Мөхәмәтдин улы ошо уҡ колхозда малсылыҡ тармағында тырышып эшләгән. Уның хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йыл икән.
Баҡыевтар ике балаға ғүмер биргән. Бөгөнгө көндә Эльвира ҡыҙҙары уларға бер ейән һәм бер ейәнсәр бүләк иткән.
Нурсилә һәм Ислам Баҡыевтар – тырыш, егәрле ғаилә. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Баҡсаларындағы йәшелсә, емеш-еләк тә күҙҙең яуын алып үҫә.