Йыл бигерәк ауыр килә, һуңғы арала көн һайын тиерлек берәй насар хәбәр ишетәһең. Эҫе көндәр байтаҡ бәхетһеҙ осраҡтарға тарытты, күл буйына ял итергә сыҡҡан кешеләр бата, юлдарҙа ҡурҡыныс авариялар теркәлә. Йыл башынан районыбыҙҙа 180 янғын теркәлгән, 5 кеше һәләк булған, 7 кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Йыл башынан 22 урман янғыны теркәлгән, уның 11-е июль айына тура килә. Етмеш гектар майҙандан ашыу урман янған.