Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 18:45

Балаларға - 10 мең, пенсионерҙарға - 15 мең һум

Коронавирус пандемияһы осоронда пенсионерҙарға 15-әр мең һум аҡса түләргә мөмкиндәр.

Коронавирус пандемияһы осоронда пенсионерҙарға 15-әр мең һум аҡса түләргә мөмкиндәр. Аҡса дарыуҙар һатып алыуға бүлеп бирелер тип көтөлә. Рәсәй ижтимағи палатаһы ағзаһы Солтан Хәмзиев ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны һәм ошо хаҡта Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустинға хат юлланы. Хәмзәев белдереүенсә, пандемия ваҡытында пенсионерҙар вируслы ауырыуҙарҙы профилактикалауға күберәк финанстар бүлергә һәм дарыуҙар һатып алырға мәжбүр. Пенсионерҙарҙың дарыуға сығымдары 4 000 һумға артҡан. Күп пенсионерҙарҙың пенсияһынан башҡа бер ниндәй өҫтәмә керем алырлыҡ сығанаҡтары юҡ, шуға ла һәр пенсионерға бер тапҡыр бирелә торған 15 мең һум түләү менән ярҙам итеүҙәрен һорайым тигән ул. Фото: https://go.mail.ru/redir
Читайте нас: