Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 18:15

Башҡортостан ҡурсаулығында янғын һүндерелде

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Урал аръяғы урмандарын һауанан күҙәтте.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Урал аръяғы урмандарын һауанан күҙәтте. Ул республикала урман янғындары менән бәйле хәл тураһында хәбәр итте. Төп яңылыҡ — кисә киске сәғәт 10-сы 20 минутҡа Башҡортостан ҡурсаулығында янғын һүндерелде.
Көн дауамында алты янғын һүндерелде, уларҙың икәүһе — Әбйәлил, икәүһе — Белорет һәм береһе Мәләүез райондарында. Белорет һәм Бөрйән райондарында өс янғынды һүндереү тамамланып килә. Тораҡ пункттарға хәүеф янамай.
Киске 9-сы 30 минутҡа Белорет районындағы янғындар урынында яуым-төшөм булманы, йәнә йәшен үтте. Утты һүндереү өсөн 286 кеше һәм 64 берәмек техника йәлеп ителде.
https://www.bashinform.ru/news/1475386-pozhar-v-bashkirskom-zapovednike-likvidirovan/
Читайте нас: