Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 17:50

Башҡортостанда тағы бер дауахана хеҙмәткәрҙәре коронавирус менән эшләгән өсөн аҡса алды

Башҡортостанда тағы бер дауахана хеҙмәткәрҙәре прокуратура ҡыҫылғандан һуң коронавируслы пациенттар менән эшләгән өсөн аҡса алды.

Башҡортостанда тағы бер дауахана хеҙмәткәрҙәре прокуратура ҡыҫылғандан һуң коронавируслы пациенттар менән эшләгән өсөн аҡса алды.
Дүртөйлө район-ара прокуратураһы үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын үтәүҙе тикшерҙе. Асыҡланыуынса, медицина учреждениеһының, шул иҫәптән ашығыс медицина ярҙамының 54 хеҙмәткәре яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторған пациенттар менән эшләгән өсөн дәртләндереү рәүешендәге түләүҙәр алмаған.
Президент указына ярашлы, әгәр бер ай эсендә уларҙа коронавирус инфекцияһы раҫланған бер генә пациент булһа ла, бындай хеҙмәткәрҙәргә 25-80 мең һум түләнергә тейеш.
Прокурор күрһәтмәһен ҡарау һөҙөмтәләре буйынса дауахана хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтары тергеҙелде, уларға 1,1 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелде, биш вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
https://www.bashinform.ru/news/1475477-v-bashkirii-sotrudniki-eshchye-odnoy-bolnitsy-poluchili-vyplaty-za-rabotu-s-koronavirusom-/
Читайте нас: