Дәүләт Думаһында ошоға бәйле закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Ситтән тороп эшләү өс төргә бүленә – даими, ваҡытлыса һәм ҡатнаш эшмәкәрлек. Быға тиклем Хеҙмәт кодексында ситтән тороп эшләү тигән төшөнсә булманы.
Коронавирус пандемияһы шарттарында бындай эшмәкәрлек көнүҙәккә әйләнде. Яҡын арала ситтән тороп эшләгән хеҙмәткәр тигән атама ҡанун менән нығытыласаҡ.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/128812