Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 18:20

Күршеһенә ут төрткән...

Был күңелһеҙ хәл Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы ятаҡта була. Енәйәт ҡылған кеше ҡыҫҡа ваҡытта табылған.

Был күңелһеҙ хәл Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы ятаҡта була. Енәйәт ҡылған кеше ҡыҫҡа ваҡытта табылған. Баҡтиһәң, ул ҡасандыр ошо ятаҡта йәшәгән 43 йәшлек ир булып сыҡҡан. Аяныслы хәлгә көнкүреш мәсьәләһе, анығыраҡ әйткәндә, ирҙең ятаҡта һаҡланған мөлкәтенең зыян күреүе сәбәпсе булған. Асыҡланыуынса, ир менән 67 йәшлек ҡатын араһында низағ даими теркәлгән.
Бер көндө ир ҡатындың ғүмерен өҙөргә уйлаған һәм тегенеһе йоҡлағанда уның бүлмәһенә ут төрткән. Янғын һөҙөмтәһендә ҡатын тонсоҡҡан. Эҙ яҙҙырыу өсөн ир хатта үҙенең элекке бүлмәһен дә яндырған.
Әлеге ваҡытта ир ҡулға алынған. Ул йыйылған дәлилдәр һөҙөмтәһендә енәйәтте ҡылыуын таныған, тип хәбәр итә республиканың Тәфтиш комитеты.
Фото: yekaterinburg.sm-news.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: