Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 17:35

Коронавирус пандемияһы шарттарында эшләү хаҡында һөйләштеләр

21 июлдә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптар йәмәғәтселеге – профессорҙар, медицина дисциплиналарын уҡытыусылар, белгестәр, тармаҡ ветерандары һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге менән осрашты.

21 июлдә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптар йәмәғәтселеге – профессорҙар, медицина дисциплиналарын уҡытыусылар, белгестәр, тармаҡ ветерандары һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге менән осрашты.
Сарала коронавирус пандемияһы осорондаа һаулыҡ һаҡлауҙың төп мәсьәләләре ҡаралды. Республика Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен яңы инфекция менән көрәштә, бар йүнәлештәр һәм сирҙәр буйынса дауалауҙа ныҡлыҡ һәм профессионализм теләне.
– Дүрт айҙан кәмерәк ваҡыт элек, коронавирус таралыу менән бәйле, республикала көсәйтелгән әҙерлек режимы тураһындағы указға ҡул ҡуйғайным. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте ярҙамында был ауыр юлды лайыҡлы үттек, – тине Радий Хәбиров. – Хәл элекке кеүек ябай түгел. Ярайһы күп кенә сирлеләр һәм үлем осраҡтары ла бар. Коронавирус пландарыбыҙҙы емерҙе: медицинаның үҫешенә, сирлеләрҙе дауалауға ҡарата. Бөгөн бында йәшәүселәрҙең сәләмәтлеге өсөн киләсәктә төбәктә ҡабул ителәсәк саралар хаҡында бергә уйларға кәрәк.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус менән бәйле ағымдағы хәл хаҡында һөйләне.
– Һуңғы бер нисә аҙнала ыңғай үҫеш һиҙелә, һауығыусылар һаны сирләүселәрҙән күберәк, – тине Максим Забелин. – 100 мең кешенең ауырыу күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында 78-се урынды биләй. Үлем кимәле 0,5 процент тәшкил итә. Был – илдә 82-се урын.
Һаулыҡ һаҡлау министры битлек режимы һәм ижтимағи урындарҙа, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа дезинфекциялау сараларын үткәреү хаҡында әйтеп үтте.
Төбәк Башлығы битлек режимын һаҡлауҙы хупланы һәм был сараның һөҙөмтәле икәнлеген иҫбатлана барыуы хаҡында әйтте.
Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия кафедраһы мөдире Вил Тимербулатов коронавирус менән көрәштә төп саралар хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, иммунитетты булдырыу өсөн битлек режимын, шәхси гигиенаны, социаль аралыҡты һәм кешеләрҙең күпләп йыйылыуын сикләргә һаҡларға кәрәк. Республика етәксеһе профессорҙың планлы медицина ярҙамға мохтаж пациенттар реестрын ойоштороу тураһындағы тәҡдимен хупланы.
Төбәк Башлығы шулай уҡ яңы уҡыу йылы алдынан иҫкәртеү сараларының айырыуса мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров Гигиена һәм эпидемиология үҙәге етәксеһе Анна Казакка педагогтар һәм уҡыусылар өсөн төбәк санитар нормаларын уйларға ҡушты.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәренең республиканан ситтә эшләүе хаҡында һөйләне. Ҡарасәй-Черкесс Республикаһында табиптарыбыҙ ковид сирлеләр өсөн 760 койка урын булдырҙы һәм ундағы хеҙәмттәштәре менән тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Хәҙер табиптарыбыҙға ошондай уҡ миссия Ҡырғыҙстанда буласаҡ.
Осрашыуҙа пандемия осоронда медицина ойошмалары эшмәкәрлеге хаҡында ла һөйләнеләр. Республика кардиологик үҙәгенең баш табибәһе Ирина Николаева әйтеүенсә, инфекцияға ҡарамай, эш күләме бер аҙ кәмегән. Был планлы операцияларға ла, юғары технологик ярҙамға ла ҡағыла.
Республика клиник онкологик диспансерының баш табибы Адель Измайлов коронавирустың ойошмаға айырым ҡыйынлыҡтарҙы килтереүе, әммә табиптарға үҙ бурыстарын үтәүгә ҡамасаулай алмауы хаҡында һөйләне.
Республикак клиник перинаталь үҙәге баш табибы Нәзир Минһажев эпидемия осоронда медицина хеҙмәткәрҙәренең 2020 йылдың тәүге яртыһында аборттар һанының кәмеүен теркәүе хаҡында әйтте.
Медицина өлкәһендәге ҙур проекттар хаҡында һүҙ барғанда Радий Хәбиров ПЦР-тест үткәреү үҙәген ойоштороу һәм Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағында Гемотология һәм балалар онкологияһы үҙәген төҙөү идеяларын хупланы.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Милли медицина палатаһы президенты Дамира Сабирйәнованың коронавирус менән көрәшкә бәйле барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен иҫтәлекле билдә һәм ошоға ярашлы танытма менән бүләкләү башланғысын хупланы. Был награданы федераль кимәлдә булдырҙылар. Төбәк Башлығы хәүефле сир менән көрәшкәндәрҙең береһен дә онотмау өсөн исемлекте ныҡлап тикшереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: glavarb.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: