#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Һуңғы биш йылда республикала ҡан әйләнеше системаһы һәм миокард инфаркты сирҙәренән үлем осраҡтарын (5 һәм 8 процентҡа) кәметергә мөмкин булды. Был проценттар артында күпме кеше ғүмере һаҡланғанын, күпме көс һалынғанын табиптар үҙҙәре генә белә.
Быға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу, дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе камиллаштырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре медицина проблемаһы ғына түгел, ә ҙур социаль мәсьәлә лә. Был сирҙәргә өлкән быуын ғына түгел, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр ҙә дусар.
Республикала һәр өсөнсө өлкән кеше йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яфалана, 2019 йыл аҙағында был патологияға дусар ауырыуҙар 1 184 413 кеше тәшкил итте. Шуларҙың 44 процентында – гипертония, 25 процентында – цереброваскуляр сирҙәр, 18 процентында – йөрәк ишемияһы. Скрининг һәм диспансерлаштырыу, әүҙем иҫкәртеү эше хәүефле төркөмгә инеүселәрҙе иртәрәк асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә.
"Башҡортостан" (Д. Арсланова).