Кариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса спектаклдең премьераһын әҙерләй. Уны билдәле башҡорт режиссеры, Салауат башҡорт драма театрының баш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерә.
Повесты уҡыу 10 августан һуң башлана. Премьера быйыл октябргә билдәләнгән.
«Эйе, мине Кариев исемендәге театрға саҡырҙылар. Был театрҙа минең тәүге тәжрибәм. Хәйер, беҙҙең хеҙмәттәшлек күптән башланды: уларҙың баш режиссеры Ринат Әйүпов Салауатта Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса спектакль ҡуйҙы, — тип хәбәр итте Илсур Ҡаҙаҡбаев «Башинформ» агентлығына. — «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса спектаклдең концепцияһы тураһында әлегә уйлайбыҙ, элекке сәхнәләштереүҙәрҙе ҡабатламаҫҡа, ниндәйҙер яңылыҡ индерергә теләйбеҙ».
Режиссер әйтеүенсә, спектаклдең ижади төркөмөндә башлыса өфөләр эшләй — Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының ҡуйыусы рәссамы Альберт Нестеров, хореограф Ольга Даукаева, композитор Магуля Мезинова һәм Әлмәттән рәссам-яҡтыртыусы Илшат Саяхов.
https://www.bashinform.ru/news/1475596-kazanskiy-tyuz-im-karieva-postavit-dolgoe-dolgoe-detstvo-mustaya-karima/