Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 18:10

“Һәр йыл һайын тиерлек яҡындарым янына Башҡортостанға ҡайтам!

Бар Рәсәйгә билдәле яҡташыбыҙ – гимнастка, алып барыусы, бейеүсе Ләйсән Үтәшева тыуған ере Башҡортостанда ҡунаҡта

Бар Рәсәйгә билдәле яҡташыбыҙ – гимнастка, алып барыусы, бейеүсе Ләйсән Үтәшева тыуған ере Башҡортостанда йыш ҡунаҡҡа ҡайта. Кисә ул “Инстаграм” селтәренә тыуған ауылы Раевкала төшкән фотоһүрәттәрен һалған.
“Һәр йыл һайын тиерлек яҡындарым янына Башҡортостанға ҡайтам!
Әле лә тыуған яҡтарымда ял итәм. Раевка – ул минең өсөн элек-электән көс туплау урыны.
Күлдәр, баҡса, ундағы ҡый үләндәре менән көрәш, балыҡ тотоу, мунса, ҡымыҙ, бал һәм яҡындарым менән усаҡ янында һөйләшеп ултырыу... Ә һеҙ быйыл ниндәй тарафтарға ял итергә остоғоҙ?”, - тип яҙған ул.
Фото: Инстаграм
Читайте нас: