Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 17:55

Республика ЮХХДИ-да — кадрҙар үҙгәреше

Башҡортостан Дәүләт инспекцияһында кадрҙар үҙгәрҙе.

Башҡортостан Дәүләт инспекцияһында кадрҙар үҙгәрҙе. 22 июлдә социаль селтәрҙә Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов яңы тәғәйенләү тураһында хәбәр итте.
«Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры бойороғо менән Бөрйән районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһына полицияның өлкән лейтенанты Рафаэль Мостафин тәғәйенләнде», — тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.
Рафаэль Мостафин эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүен 2006 йылда Өфөнөң юл-патруль хеҙмәте полкында башлай. 2016 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһендә юл-патруль хеҙмәте инспекторы һәм өлкән юл-патруль хеҙмәте инспекторы вазифаһында эшләй.
https://www.bashinform.ru/news/1475560-v-gibdd-bashkirii-proizoshli-kadrovye-izmeneniya/
Читайте нас: