#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Туймазы районының Ҡандра ауылында 28 июлдә тәүге яңы быуын муниципаль моделле китапханаһы асыла.
Ремонт яһау һәм заманса ҡорамалдар һатып алыу һөҙөмтәһендә Ҡандра ауыл балалар китапханаһы бөтөнләй икенсе форматта эшләй башлай. Быйыл китапхана үҫешкә республика бюджетынан капиталь ремонтҡа дүрт миллион һум аҡса алған. Федераль һәм республика ҡаҙнаһынан уны йыһазландырыуға 7,5 миллион һум бүленгән. Аҡса китапхана фондын яңы китаптар менән тулыландырыуға, заманса китапхана киңлеге булдырыуға йүнәлтелә. Бында эш, ял һәм аралашыу өсөн уңайлы зоналар булдырылған, илдәге төп мәҙәниәт учреждениеларының мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу тәьмин ителгән. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Әйткәндәй, бер айҙан республикала йәнә ике яңы быуын китапханаһы асыла. Улар – Благовар районының Үҙәк китапханаһы һәм Дүртөйлө районының Әсән ауыл китапханаһы. 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы, Башҡортостанда 20 яңы быуын китапханаһын сафҡа индереү күҙаллана.
"Башҡортостан" (Л. Дәүләтбәкова).