Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 18:45

Ҡыҙҙарын ҡотҡарам тип...

Ҡыҙҙарын ҡотҡарам тип, үткән йәкшәмбелә һыуға ташланған күп балалы әсәнең үлеменә һаман бер кем дә ышанмай

Ҡыҙҙарын ҡотҡарам тип, үткән йәкшәмбелә һыуға ташланған күп балалы әсәнең үлеменә һаман бер кем дә ышанмай, "аң менән ҡабул итерлек түгел", ти ҡайғыға батҡан туғандары.
“Победа” гәзите хәбәрсеһенә дәүләт инспекторы Алексей Ғәлиуллин биргән аңлатма буйынса, ғаилә Ағиҙел буйындағы дамба урынлашҡан ҡырағай пляжға һыу инергә килгән. 10, 12 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙар дамбаға тиклем йөҙөп барған һәм көслө ағымға эләгеп, ҡапыл бата башлаған. Әсә һәм 22 йәшлек өлкән улы ярҙамға ташланған.
Егет ҡыҙҙарҙы ярға сығара алған, әммә был ваҡытта ҡатын һыу төбөнә киткән була. Егет һыуға ҡат-ҡат сумып эҙләп ҡараһа ла, әсәһен таба алмай. Бары өс сәғәттән һуң ғына тулҡын уның кәүҙәһен ярға сығара.
46 йәшлек күп бала әсәһе Татьянаны бөгөн тыуған ауылы Ағүҙәлә ерләйәсәктәр. Ғаилә өсөн иҫ киткес оло юғалтыу был. “Беҙ һаман да был фажиғәгә ышанып етә алмайбыҙ”,- ти өлкән ҡыҙҙары Лиля. Ғаиләнең ҙур ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
- Дамба эргәһендә һыу инеүе һәр саҡ хәүефле, - тип иҫкәртә инспектор Алексей Ғәлиуллин. - Дамба алдында ағым булмай, ә уның ситендә кинәт кенә өйөрмәле көслө ағым башлана. Күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтә алам: бындай ағымдан ҡайһы саҡта өлкәндәр ҙә сыға алмай.
Йәй дауам итә, йылға-күл буйҙары ял итеүселәр менән тулы. Шулай булырға тейештер ҙә, тик һыу инеү өсөн яраҡлаштырылған урындарҙы ғына һайларға, бала-сағаның үҙен генә һыу инергә ебәрмәүегеҙҙе һорайбыҙ. Быйылғы һыуҙағы фажиғәләр һәр кем өсөн һабаҡ булырлыҡ.
Фото:rb7.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: