Һарымһаҡ сәскәһен хужабикәләр әрәм итмәй, төрлө ысул менән ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләй: тоҙлай ҙа, маринадлай ҙа. Беҙ һеҙгә борщ өсөн тәмләткес тәҡдим итәбеҙ.Бының өсөн 200 г һарымһаҡ сәскәһе, 200 г укроп, 70 – 100 г зәйтүн майы кәрәк. Сәскәле һабаҡты 3 – 4 см оҙонлоғонда турарға. Һуңынан блендерға һалып иҙергә. Һарымһаҡлы бутҡаға туралған укроп, зәйтүн майы һалып болғатырға. Фольганы 10x10 см итеп ҡырҡып, эсенә бер ҡалаҡ ошо массаны һалып, һыуытҡысҡа туңдырырға ҡуйырға. Борщҡа, картуф иҙмәһенә һалырға хуш еҫле тәмләткес килеп сыға.