Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 12:20

Берҙәм дәүләт имтиханында эшләгән өсөн өҫтәмә түләү индереү күҙаллана

Башҡортостанда уҡытыусылар һәм Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороусылар республиканан бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуы мөмкин.

Башҡортостанда уҡытыусылар һәм Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороусылар республиканан бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуы мөмкин. Республика Мәғариф министрлығы документ проектын әҙерләй, уға ярашлы, уҡытыусылар COVID-19 таралыуы шарттарында Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуына ҡарап, 2-нән 4 мең һумға тиклем аҡса алыуы ихтимал.
Документ проектында әйтелгәнсә, имтихан үткәреү пункттары етәкселәре, Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыуҙы контролдә тотҡан дәүләт имтихан комиссияһы ағзалары, муниципаль координаторҙар, аудиторияларҙағы ойоштороусылар, программа тәьминәте менән эшләү буйынса техник белгестәр, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге директоры һәм директор урынбаҫары 4 мең һум алыуы мөмкин.
Республика конфликт комиссияһы һәм республика фән комиссиялары рәйестәренә, рәйес урынбаҫарҙарына, секретарҙарына, ағзаларына бер тапҡыр 2500 һум түләргә тәҡдим ителә.
Аудиториянан тыш ойоштороусыларға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусыларға, уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусыларға техник ярҙам күрһәткән ассистенттарға, Төбәк мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренә – 2000 һум.
Шуны билдәләп үтәйек: республика башлығы указы проекты әҙерләнә һәм ғәмәлдәге документ булып һаналмай.
https://www.bashinform.ru/news/1475609-v-bashkirii-planiruyut-vvesti-doplatu-uchitelyam-za-rabotu-na-ege-v-usloviyakh-koronavirusa/
Читайте нас: