Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 10:47

Был наградаға быйыл 74 уҡыусы лайыҡ

“Алтын миҙалдар” тапшырыла

Тик “бишле” билдәренә генә уҡыған, спорт һәм йәмғәт эшендә актив ҡатнашҡан өсөн “алтын” миҙалдың рәсми атамаһы - «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштар өсөн». Был награда быйыл Учалы районында 74 мәктәпте тамамлаусыларға бирелә. Тик бына коронавирус арҡаһында дөйөм тантана ойошторолмайынса, һәр мәктәптә айырым тапшырыла.
Ошондай ҡыуаныслы ваҡиға ҡаланың 3-сө лицейында үтте – 14 ҡыҙ-егет әһәмиәтле награда алды. Әйткәндәй, ата-әсәләре лә, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән өсөн Рәхмәт хаттары менән дәртләндерелде.
Миҙал юғары уҡыу йорттарына инергә ярҙам итмәй, шулай ҙа, рухи йәһәттән әһәмиәтле баһа һәм мәктәп йылдары тураһында лайыҡлынан-лайыҡлы иҫтәлек! Артабан да тормошоғоҙ шулай уңышлы ғына барһын!
Читайте нас: