Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 12:35

Өфө моргында мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен биреүҙе бер нисә көн көтәләр

Дүшәмбе ҡала дауаханаларының береһендә Өфөлә йәшәгән ханымдың әсәһе донъя ҡуйған. 13-сө дауахана эргәһендәге моргта уға мәрхүмәнең кәүҙәһен кесаҙна йәки йома көндө генә алырға мөмкин булыуын әйткәндәр.

Дүшәмбе ҡала дауаханаларының береһендә Өфөлә йәшәгән ханымдың әсәһе донъя ҡуйған. 13-сө дауахана эргәһендәге моргта уға мәрхүмәнең кәүҙәһен кесаҙна йәки йома көндө генә алырға мөмкин булыуын әйткәндәр.kommersant.ru баҫмаһы хәбәр итеүенсә, туғандары үлем сәбәбен асыҡлау өсөн мәйетте ярыуҙы талап иткән - пациент бер аҙна ОРВИ-ҙан дауаланғандан һуң дауаханаға һалынған. Йәшәгән урыны буйынса табип уға шундай диагноз ҡуйған. Температураһы 38 градусҡа күтәрелгән, күпмелер ваҡытҡа төшкән. Уны ике яҡлы пневмония менән алып киткәндәр, башҡа сирҙәре булған.Дауаханаға һалған саҡта компьютер томографияһында тикшергәндән һуң ғаилә ағзаларына үпкәнең 76% зарарланған булыуын хәбәр иткәндәр. Сирҙең тәүге билдәләренән алып үлемгә тиклем ике аҙнанан кәмерәк ваҡыт үткән. Пациент реанимацияла йән биргән.— Әсәйебеҙҙе мосолман ҡанундары буйынса икенсе көнгә ерләргә теләгәйнек, үҙебеҙ ярыуҙы талап иткәс, моргта тәүҙә мәйетте шаршамбы ғына бирә алыуҙары тураһында иҫкәрттеләр. Һуңынан кесаҙна, ә бөгөн йома көндө, тинеләр, - тип хәбәр итте мәрхүмәнең ҡыҙы.Морг хеҙмәткәрҙәре быны мәйетте ярыуға сираттың оҙон булыуы, ә процедураның башлыса кис һәм көндөҙ башҡарылыуы менән аңлата.Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ярыу графигын көндәрҙең эҫе булыуы һәм 13-сө ҡала клиник дауаханаһы эргәһендәге моргтың быға яраҡлаштырылмауы менән аңлата.— Һуңғы аҙнала республикала көндәрҙең аномаль эҫе тороуына бәйле, мәйеттәрҙе ярыу процедураһы киске һәм иртәнге сәғәттәрҙә генә башҡарыла, - тип белдерҙеләр министрлыҡта.Шул уҡ ваҡытта министрлыҡта мәрхүмдең кәүҙәһен биреүҙе көтөү ваҡыты ярғандан һуң бер көндән артмауын раҫлайҙар.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: