Яйыҡ
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 12:15

"Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡайҙа ҡуясаҡтар?

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә ҡуйырға тәҡдим итә

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә, атап әйткәндә, Беренсе Май урамы скверында, Еңеү паркына ингән урындың ҡаршыһына ҡуйыу өсөн сығыш яһаны.
Стеланы Черниковка биҫтәһенә ҡуйыу тарихи мәғәнәгә эйә. Өфө моторҙар заводы тап ошонда эшләгән, һуғыш йылдарында СССР-ҙа сығарылған һәр өсөнсө хәрби самолетта әлеге заводтың двигателдәре торған. Фронтты автомобиль һәм юғары октанлы авиация бензины менән тәьмин иткән нефть эшкәртеү заводтары комплексы ла ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң 13 архитекторы үҙҙәренең стела идеяһын тәҡдим итте. Тарихи мәлдәрҙе сағылдырған эскиздарҙың 15 варианты ҡаралды.Ҡала халҡы уны урынлаштырыу майҙансығын һайларға тейеш.
Киләһе аҙнала Өфөлә хеҙмәт коллективтары менән бер нисә осрашыу уҙғарыу күҙаллана. Артабан «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе сайтында электрон тауыш биреү башлана, унда өфөләр мемориалдың макетын һәм урынын һайлай ала.
https://www.bashinform.ru/news/1475848-stelu-gorod-trudovoy-doblesti-predlagaetsya-postavit-v-severnoy-chasti-ufy/
Читайте нас в