Башҡортостандың өс дауаханаһында коронавирус буйынса карантин индерелгән, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.
Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлегендә 8 июлдән сикләү саралары ғәмәлдә булыуы хаҡында яҙғайны «Башинформ». 17 июлдән Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың реанимация бүлегендә һәм операция блогында, Үрге Тәтешле Үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә карантин ғәмәлдә.
https://www.bashinform.ru/news/1475739-v-3-bolnitsakh-bashkirii-vveden-karantin-po-koronavirusu-/