Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 12:50

Йылға күтәрелеү сәбәпле сыға алмайҙар

Кисә Белорет районының Береш ауылы эргәһенә ял итергә килгән туристар бәләгә осрай.

Дүрт өлкән һәм бер баланан торған төркөм Инйәр йылғаһы аша сығып палатка ҡоралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы кискә табан ҡойма ямғыр башлана, күҙ алдында һыуҙың кимәле күтәрелеп өлгөрә. Туристарҙың хатта бер палаткаһын һыу баҫа, төркөм кире ярға сығырға булалар, әммә кәмәһеҙ быны эшләү мөмкин түгеллеген аңлап 112 телефоны буйынса ярҙам һорап шылтыраталар.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәтте ҡабул итеү менән, бәлә урынына йүнәлә. Катамарандарҙа туристарҙы йылғаның икенсе ярына сығарып, тимер юлы станцияһына тиклем оҙатып ҡуялар.
фото Фото: Vk.com
Читайте нас: