Учалы уҙәк ҡала дауаханаһының баш табиб урынбаҫары Арслан Фәйзуллин үткәргән брифингта мәғлүм булыуынса, эпидемия башланғандан алып 208 Учалы кешеһендә COVID-19 асыҡлана. 155 пациент бөгөнгө көнгә һауыҡҡан,49 кеше амбулатор рәүештә дауалана.
Ковидгоспиталдә бөгөн иртүк (йәғни, 24 июль) 53 кеше ятһа, 9 пациент хәҙер ҡайтарылды. Был госпиталдә ҡалған 4 кешелә генә коронавирус лаборатор рәүештә раҫланған, 44 кешелә – пневмония.
Һәммәһе районда 6 190 анализға тест алынған.
Госпиталдә кеше кәмеүгә (үткән аҙнала унда 70 пациент иҫәпләнә), учалылар ашығыс ярҙамды аҙыраҡ саҡыртыуға ҡарап, хәл тотороҡлана башланы, тип фараз итерлек. Әммә тынысланырға һис кенә лә сәбәп юҡ!. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!