Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 13:45

Айлыҡ нормаһынан ашҡан

Башҡортостандың Урал аръяғында яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 160% яуған, тип хәбәр итә Башгидромет.

Башҡортостандың Урал аръяғында яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 160% яуған, тип хәбәр итә Башгидромет.
22 июлдә көндөҙ һәм 23-өндә төндә республикала бөтәһе 2-нән алып 82 миллиметрға тиклем яуым-төшөм яуған.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көслө һәм дауамлы ямғырҙар башланған. Иҫке Собханғолда – 40 миллиметр, Туҡанда – 42 миллиметр, Кананикольскийҙа – 64 миллиметр, Сибайҙа – 53 миллиметр, Аҡъярҙа – 60 миллиметр, Йылайырҙа 82 миллиметр билдәләнгән. Республиканың төньяҡ-көнбайыш яртыһында яуым-төшөм 2-нән 15 миллиметрға тиклем тәшкил иткән.
23 июлдә көн дауамында көслө яуым-төшөм зонаһы төбәктең төньяғына, төньяҡ-көнбайышына күсә, тип хәбәр итә синоптиктар. Алдағы ике көндә Башҡортостандағы һауа торошона Ҡара диңгеҙ циклон дауылы йоғонто яһай. Айырыуса республиканың төньяғында яуым-төшөмдөң күп булыуы көтөлә.
https://www.bashinform.ru/bash/1476272/
Читайте нас: