Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 13:10

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе оҙайлы ялдар көтә

2020 йылда 31 июль – Ҡорбан байрамы эшләмәгән байрам көнө тип иғлан ителде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 18 сентябренә ярашлы, 2020 йылда 31 июль – Ҡорбан байрамы эшләмәгән байрам көнө тип иғлан ителде.
Ҡорбан байрамы йомаға тура килә. Кесаҙна, 30 июлдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында Ҡорбан байрамына бәйле 2020 йылдың 31 июле, 1 һәм 2 авгусы ял көндәре тип иҫәпләнә.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә Ҡорбан байрамы отпуск иҫәбенә индерелмәй.
https://www.bashinform.ru/news/1476338-zhiteley-bashkirii-zhdut-dlinnye-vykhodnye-/
Читайте нас в