Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 13:25

Эскән водителдәргә яза ҡаты булмаҡсы

Башҡортостдың ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә инспекторҙарҙың эсеп рулгә ултырған водителдәргә ҡаршы көрәше тураһында һөйләне.

Башҡортостдың ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә инспекторҙарҙың эсеп рулгә ултырған водителдәргә ҡаршы көрәше тураһында һөйләне. Баш инспектор белдереүенсә, быйыл республикала эскән килеш автомобиль менән идара иткән кешеләр арҡаһында 168 юл транспорт ваҡиғаһы теркәлгән һәм уларҙа 24 кеше һәләк булған, 215 кеше йәрәхәттәр алған.
Ошо хәлдән сығып, Динар Ғилметдинов республика халҡына эскән водителдәрҙең ҡотолғоһоҙ яңылыш аҙым эшләүенә юл ҡуймау маҡсатында улар хаҡында тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итеүҙе һораны.
“Дәүләт инспекцияһы яңғыҙы ғына көрәшә алмай. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙең бөтәгеҙҙең ҡатнашыуығыҙ мөһим. Яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы спиртлы эсемлек эскәндән һуң рулгә ултырыуҙан тыйыу һеҙҙең хәлегеҙҙән килә. Төҙәткеһеҙ хата эшләүҙәрен аңлатырға, хатта мәжбүри тыйырға кәрәк. Шулай уҡ бындай водителдәр тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ, беҙ уларҙы транспорт менән идара итеүҙән ситләтеү сараһын күрәсәкбеҙ. Бергәләп эскән водителдәргә түҙеп торғоһоҙ шарттар булдырасаҡбыҙ”, – ти Динар Ғилметдинов.
Әле Президенттың май указдарына ярашлы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты бойомға ашырыла. Уның сиктәрендә яңы юлдар, күперҙәр төҙөлә, шулай уҡ аварияларҙы кәметеү маҡсатында фото-видеотеркәү ҡорамалдары ҡуйыла. Әммә водителдәр тарафынан яуаплылыҡ булмаһа, милли проект сиктәрендә күрелгән саралар ғына юлдарҙа кеше үлемен кәметмәсәк. Рулгә ултырған һәр кем транспорттың хәрәкәт сараһы ғына түгел, ә хәүеф сығанағы булыуын да онотмаһын ине.
Фото: yandex.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: