Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 12:27

Предприятиелар пульсы

Сәсмә алтын баһалана

Рәсми исеме икенсерәк икәнен беләбеҙ, әммә халыҡ телендә фәҡәт "БалбЫҡ" тип йөрөтөлә. Тап шул ауыл тирәһендә алтын соҡой башланылар, тигән хәбәр юлға саҡырҙы.
Шарҙатма тип аталған ерлектә «Таш билбау» йәмғиәте эш итә, кеше лә, техника ла әлегә күп тип әйтерлек түгел. Батмаһын өсөн экскаватор һал өҫтөнән эш итә, соҡорҙар ҡаҙыла, мәғдән йыуыла, пробалар алына.
Лицензияны күрһәтеүҙәрен һораныҡ. 2020 йылдың ғинуар айында Волга буйы федераль округының ер аҫтын фазаланыу буйынса департамент тарафынан бирелгән, 2023 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала.
-Был тирәлә элек тә тикшереү эштәре үтәкән булған, әммә мәғлүмәттәрҙе аныҡлау зарур, - ти ирле-ҡатынлы геолог Самат һәм Гөлшат Игбердиндар.
Йәмғиәт директоры Семен Глинин баһадир кәүҙәле, асыҡ сырайлы кеше булып сыҡты. Тәүге һөнәре буйынса йырсы икән, яҙмыш ҡушыуы буйынса эшҡыуарлыҡҡа тотонған һәм уңышлы эш итә был өлкәлә лә.
-Закон-ҡағиҙә талаптарын теүәл үтәйбеҙ. Рекультивация мотлаҡ башҡарыласаҡ, - тине ул, - Сабынлыҡ-көтөүлектәргә зыян килтермәҫкә тырышабыҙ, кемдең ҡулында эйәлек документы бар, улар менән һөйләштек, аңлаштыҡ. Балбуҡ ауылы халҡы йыйыны үтте, ҡыҙыҡһынған бар кешеләргә тейешле документтарҙы күрһәттек. Артабан да йәмәғәтселек алдында отчеттар биреп торасаҡбыҙ, тик бына коронавирустан һаҡланыу талаптары әлегә аралашыуҙы сикләй. Халыҡтың ниңә борсолғанын аңлайбыҙ, заманында икенсе предприятиелар ауылдың эсендә лә соҡоноп, рекультивацияны тейешенсә үтәмәгән бит, былай һис тә килешмәй! Урындағы халыҡтың мәнфәғәттәре мотлаҡ иҫәптә буласаҡ. Бына, разведка үткән тирәлә котлован ҡаҙыныҡ, һыуҙы шунан алабыҙ, сөнки ауыл халҡы, йылға һыуына теймәгеҙ, тип һорағайны.
Әлегә был участкала штаттар самалы, шулай ҙа 4 Балбыҡ, 3 Әүешкүл кешеһе эшкә алынған да инде.
-Йәмғиәт етәкселеге менән даими осрашып торабыҙ. Беҙҙең төп талап – эшкә урындағы кешеләрҙе күберәк йәлеп итеү. Киләсәктә алтын сәнәғәт кимәлендә кәсеп ителә башлай икән, эш урындары апаруҡ артасағы алдан билдәле. Ә беҙҙең ауылдарҙан йөҙләп уҙаман Себергә вахта ысулы менән йөрәй, улар һәләк тә теләп ялланасаҡ, - тип самалай Туңғатар ауыл Советы башлығы Алмас Ғизәтуллин. Алмас Хәмзә улы әйтеүенсә, сәнәғәтселәр ярҙам итеүҙән баш тартмаҫҡа тырышалар, мәҫәлән, төҙөкләндереү эштәренә техника менән ярҙам итәләр, ти.
“Ер беҙҙеке, нимә теләйбеҙ, шулайса эшләйбеҙ”, - тип үҙебеҙҙе-үҙебеҙ алдаштырмайыҡ, йәмәғәт. Төп ер мәсьәләләре, айырыуса урман фонды һәм ҡаҙылма байлыҡ ятҡылыҡтарында федераль закондар, федераль орган ҡарарҙары менән хәл ителә. Шул уҡ ваҡытта, был закон-ҡағиҙәләр теүәл үтәлә икән, урындағы халыҡ мәнфәғәттәренә лә зыян килмәйәсәк. Киреһенсә, файҙа булыуы ихтимал. Тимәк, йәмәғәт контроле бик тә урынлы һәм актуаль.
Тулы вариант - гәзиттә.
Читайте нас: