Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 11:45

Сираттағы еңеүсебеҙ

Уйыныбыҙҙа был юлы уңыш илселәргә йылмайҙы. Ләлә Насретдинова бүләккә емеш-еләктең төшөн таҙартыусы ҡорамал алып һөйөндө.

Уйыныбыҙҙа был юлы уңыш илселәргә йылмайҙы. Ләлә Насретдинова бүләккә емеш-еләктең төшөн таҙартыусы ҡорамал алып һөйөндө.
Ләлә Ислам ҡыҙы Илсе ауылында абруйлы һәм ихтирамлы кешеләрҙән һанала. Ул ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Хеҙмәт стажы ғына 38 йыл.
Тормош иптәше, шулай уҡ абруйлы һәм тәжрибәле мөғәллим, Ғалимжан Ғәйнетдин улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире яҡты донъянан бик иртә китеп барған.
Бөгөнгө көндә Ләлә Ислам ҡыҙы биш ейән-ейәнсәрен һөйөп ҡыуана. Еңеүсебеҙ баҡса үҫтерергә бик әүәҫ. Аллы-гөллө сәскәләре бар урамға йәм биреп үҫә.
Читайте нас: