Тағы ла һыуға батыу осраҡтары тураһында. Бынан бер нисә һан алда ғына БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың халыҡҡа мөрәжәғәтен баҫтырғайныҡ (55-се һан, 2020 йылдың 10 июле). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәгән. Һыуға батып һәләк булыусылар һаны артҡан ғына.
Әлбиттә, фажиғәләрҙең күбәйеүенә республикала урынлашҡан уғата эҫе һауа торошо ла сәбәпсе булғандыр. Көндөҙ һауа температураһының +40 градусҡа тиклем күтәрелеүе халыҡты, шул иҫәптән балаларҙы ла, һыу ятҡылыҡтарына күпләп йәлеп итте бит.
Быйыл айырыуса балаларҙың ошо рәүешле күпләп вафат булыуҙары аяныслы. Шуға ла БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәте менән сығыш яһаны:
“Көн һайын беҙ йылға-күлдәрҙә балаларҙы юғалтабыҙ. 2020 йылдың башынан республиканың һыу ятҡылыҡтарында 17 бала һәләк булды. Улар 5 йәштән алып 17 йәшкә тиклемгеләр ине. Был фажиғәләр Архангель, Ауырғазы, Бөрө, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Нуриман, Шишмә, Шаран райондарында һәм Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында теркәлгән. 6 бала ғына Ағиҙел йылғаһында батып үлгән. Бындай бәхетһеҙ осраҡтар шулай уҡ Ашҡаҙар, Оло Әрмет, Дим, Еҙем, Мәләкәс, Һалдыбаш йылғаларында, күлдәрҙә, һыуһаҡлағыстарҙа булған.
Хөрмәтле ололар! Һыуҙағы фажиғәләрҙең 40 проценты һыу буйында ололарҙың балаларҙы тейешлесә ҡарамауынан килеп сыға. 60 процентында – балалар яңғыҙы ғына һыу төшөргә баралар.
Һыу ингәндә ололар күп икән – ҡараусылар ҙа күп. Шул уҡ ваҡытта улар, бер-береһенә һылтанып, балаларҙы күҙәтеүҙән туҡтайҙар. Айырыуса йылға-күлдәргә бәләкәй балалар менән бараһығыҙ икән, мотлаҡ рәүештә бер оло кешене балаларҙы күҙәтергә тәғәйенләргә кәрәк.
Ғәҙәттә һыуҙа балалар ҡысҡырмайҙар, сәбәләнмәйҙәр – улар тыныс һәм тиҙ генә баталар. Фажиғә өсөн 30 секунд ваҡыт та етә.
Балалар менән ял иткәндә тәрән һыу ятҡылыҡтарын һайламағыҙ. Үҙҙәренә генә өрөп тултырылған матрацтарҙа, түңәрәктәрҙә алыҫҡа йөҙөп китергә рөхсәт итмәгеҙ. Һәм, әлбиттә, балаларығыҙҙы бер ваҡытта ла яңғыҙҙарын ғына һыу инергә ебәрмәгеҙ. Уларҙы йөҙөргә өйрәтегеҙ”.
Сит-ят бала булмай – шуны иҫтә тотайыҡ, йәмәғәт! Бергәләп эш иткәндә генә балаларҙы һыу буйындағы фажиғәләрҙән арындырып буласаҡ.