Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 11:40

Акция башланды

Республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланды

1 сентябргә тиклем дауам итәсәк акцияла яҡлауға мохтаж балалар өсөн мәктәп рюкзактары, өҫ һәм аяҡ кейеме, спорт костюмы, канцелярия тауарҙары кеүек уҡыу кәрәк-яраҡтары ҡабул ителә.
Беренсе синыфҡа барыусы уҡыусыға кәрәкле әйберҙәр ҡала һәм райондарҙағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәктәрендә йыйыла. Сарала һәр кем ҡатнаша ала. Былтыр акция сиктәрендә 8 меңгә яҡын балаға ярҙам күрһәтелгән.
Азат Ғәлиуллин.
https://vk.com/bstnews
Читайте нас: