Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Сермән ауылынан һәләк булған ирекмәндең ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. 60 йәшлек Рәсүл Сафин үҙ теләге менән Белорет районындағы Ҡыраҡа һыртына юлланған. Ир-уҙаман йөрәге ҡушыуы буйынса урман янғыны менән көрәштә ярҙам итергә теләгән. Ләкин ул урынға барып етә алмаған – йөрәге туҡтаған. Ерләү эштәрен ойоштороуҙа район хакимиәте ярҙам иткән.
Республика етәксеһе мәрхүм ирекмәндең туғандары менән осрашты.
«Беҙ коллегабыҙҙы юғалттыҡ, тип әйтергә мөмкин. Ирегеҙ һәйбәт кеше булған. Ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, — тине Башҡортостан башлығы Рәсүл Сафиндың тол ҡатынына. — Беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ. Һеҙгә тағы нисек ярҙам күрһәтеү хаҡында уйлашырбыҙ».
Ауылдаштары әйтеүенсә, Рәсүл яуаплы кеше һәм яҡшы ғаилә башлығы булған, күп йылдар колхозда водитель, ә һуңғы өс-дүрт йылда балалар баҡсаһында ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләгән.
https://www.bashinform.ru/news/1476711-vlasti-bashkirii-podderzhat-semyu-pogibshego-volontera-pri-tushenii-lesnykh-pozharov-/