Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 19:25

Илай белмәгән кеше (Хәйҙәр Тапаҡов)

Яңы урынға, беренсе көн эшкә килгәндә, уны район дауаханаһы ҡаласығ-ының гараждар урынлашҡан ерендә тап иттем. Майланып, йышылып бө-ткән иҫке комбинизон кейеп алған ир өрөп тултырған туптай тыңҡыш кә-үҙәһен ҡапҡасы асыҡ капотҡа яртылаш тығып ебәреп майҙансыҡҡа сығ-арылған “Тиҙ ярҙам” машинаһының моторында соҡона ине. Аяҡ тауышт-арының яҡынлауын ишетте теге, ишетте лә кинәт ҡалҡынып тәгәрәп тиер-лек асфальтҡа һикереп төштө, шунан миңә мазутҡа буялған табаҡтай ҡул-ын түгел, мускулдары ҡабарып беленгән ҡыҫҡа беләген йүнәлтеп күреш-те:– Нашего полку прибыло, значит. Привет, молодой человек!

Яңы урынға, беренсе көн эшкә килгәндә, уны район дауаханаһы ҡаласығ-ының гараждар урынлашҡан ерендә тап иттем. Майланып, йышылып бө-ткән иҫке комбинизон кейеп алған ир өрөп тултырған туптай тыңҡыш кә-үҙәһен ҡапҡасы асыҡ капотҡа яртылаш тығып ебәреп майҙансыҡҡа сығ-арылған “Тиҙ ярҙам” машинаһының моторында соҡона ине. Аяҡ тауышт-арының яҡынлауын ишетте теге, ишетте лә кинәт ҡалҡынып тәгәрәп тиер-лек асфальтҡа һикереп төштө, шунан миңә мазутҡа буялған табаҡтай ҡул-ын түгел, мускулдары ҡабарып беленгән ҡыҫҡа беләген йүнәлтеп күреш-те:– Нашего полку прибыло, значит. Привет, молодой человек!– Здравствуйте? Сломались? - Бик үк яңы күренмәгән машинаға ымлан-ым.– Меня, и мою машину ни при каких обстоятельствах нельзя сломать!– Это хорошо. Давайте, знакомиться. - Тапланған ҡулды үҙем үрелеп ҡы-ҫып исемемде атаным.Оҙон болттарға оҡшаған суғырмаҡлы бармаҡтар ҡыпһыуырҙай ҡаты ине-ләр. Яңы танышым ирҙәрсә сәләмләүҙән үтә лә ҡәнәғәт ҡалды шикелле, ирәмһеп китте:– Молодец, не брезгуете рабочей рукой, а я думал, что вы белоручка. Иван. Фамилия моя Гаврилов.– А я…Был ыңғайы бер бүлдерә һалып саф башҡортсаға күсте:– Тышҡы ҡиәфәтем мосолманға тартһа ла сыуаш мин, брат. Һеҙҙең телде әллә кемеңде һатып ебәрерлек кимәлдә таҙа беләм. Так что, - көлөмһөрәп өҫтәне, - давай, үҙебеҙсә һөйләшәйек!Бына һиңә мә, ул милләт ғәҙәттә яңы ғына йомортҡа ҡабығынан әрселгән себештәй сеп-сей һары була, ә бының, 40 йәштәр тирәһендәге ирҙең, ҡыҫ-ҡа муйынға ултырған йомро башындағы тутланыңҡырап күренгән көңгөрт йөҙөн бөркөт суҡышылай һалынҡы, ҙур танау, ҡара, тура яҫы ҡаштар, аҡ-шайыңҡырап ҡараған күҙҙәр бер бөтөн иткәндәр. Ҡаштары шоморт ҡара, ә бына бураҙналар сыбарлаған яҫы маңлайға тәртипһеҙ һибелгән ҡуйы сә-стәр ағарып көл төҫөн алған. Тағы ла бер һипһендергес билдәгә иғтибар итмәү мөмкин түгел - һалпыш биттәрҙең ике яғын, ирен ситтәренән ҡолаҡ һыртынаса тәрән яра эҙе ялтаслаған да былай ҙа быжыр, шаҙра йөҙҙө йы-лмайтҡан һымаҡ итеп бөрөп тартыштырып ҡуйған. Тимәк, минең алда, әл-еге мәлдә, йөҙөнән йылмайыу китмәгән кеше баҫып тора!Ҡыҙыҡһыныулы күҙәтеүемде йәшерергә теләп һөйләшеү темаһын үҙгәртә һалдым:– Әгәр яңылышмаһам, беҙгә бергә эшләргә?– Яңылышманығыҙ, миңә ул хаҡта главврач, шунан механик кисә үк етке-рҙеләр. Һеҙҙең менән эшләргә икәнлекте ишеткәс ҡыуандым да әле, брат. Ҡатын-ҡыҙҙар менән юл йөрөүе үҙе бер бәлә, йонсотҡос оло бәлә! Улар-ҙың көйөн көйләү, яйын яйлау өсөн айырым бер кеше кәрәк. Улай тиһәң, мине лә күптәр өнәп еткермәй. Характерым не к черту!Эшкә төшкәс уны һыртынан төрлө исемдәр менән атап йөрөткәндәрен дә белдем: Веселый, Радостный, Счастливый… Холоҡһоҙмон, тигән була, бер үҙенә ана күпме яңғырауыҡлы, ылыҡтырғыс ҡушаматтар!Ана шул, тормошона, көнитмешенә бар йәһәттән ҡәнәғәт кешеләй һәр саҡ йылмайып, көлөмһөрәп йөрөгән кеше менән бер бригадаға, хатта бер сме-наға эләктек. Ишәй менән Ҡушайҙай көңгөр-ҡаңғыр итеп көнө буйы “Тиҙ ярҙам ”станцияһының тынғыһыҙ ҡаҙанында ҡайнайбыҙ. Ул ғына ла түгел, бик йыш ҡына эшкә бергә киләбеҙ, эйәртенешеп ҡайтып китәбеҙ. Өйҙәреб-еҙ бер тарафта - ауылды ҡап уртаға бүлгән йылғаның арғы яғында. Уның хужалығы киң итеп кәртәләп алынған, төҙөк, алты мөйөшлө йорттоң йән-әшәһендә гараж, эске яҡтан келәт, мунса, һарайҙың шифер менән көплән-гән ҡыйыҡтары күренә. Егәрле хужаның төҙөгәне ныҡ, төплө, оҙаҡ йылд-арға иҫәпләнгән. Ә минең, ҡыу томшоҡтоң көнитмеше билдәле - иҫке ята-ҡтың ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәһендә ята-тора йөрөйөм. Коллегаларымды бик йыш алыштырам, шуға көндәрем дауаханала үтә тиерлек. Яйы тура ки-лһә палаталарҙан буш урын табып йоҡлайым, ауырыуҙар менән ултырып ашайым. Бер һүҙ менән әйткәндә - минең өсөн ике донъя бер мөрйә, хөр-риәт, тамағым ҡайҙа туя, шунда темеҫкенәм. Дуҫ-иштәрем әйтеүенсә, хатта иблестең үҙе менән килешерлек һәләт бар икән миндә, шул һыҙатым яңы урында Иван менән дә тиҙ уртаҡ тел таптырҙы.Станцияның ике машинаһы бар - береһе район үҙәген хеҙмәтләндерһә, ик-енсеһе ситтә ятҡан ауылдар өсөн тәғәйенләнгән. Таулы-ташлы район ҙур ғына, ауылдар ҙа сәселеп-һибелеп урынлашҡан. Беҙҙең бригада шул ал-ыҫ араларҙы хеҙмәтләндергәс юлда төрлө хәлдәргә юлығаһың; тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә йә боҙолоп, йә батып ултырыла, унан ҡалһа ҡай-һы саҡ ауырыуҙар менән төрлө мәшәҡәттәр, ҡыйынлыҡтар ҙа килеп сыҡ-ҡылай. Ауырыуҙар ғына булһа ҡана ла һуң, бер тапҡыр төпкөл ауылда мә-рхүм булып ҡалған кешене судмедэкспертизаға алып килә ятҡанда буран-ға эләгеп көнө буйына тотҡарландыҡ. Әхирәт тынлығын кисергән мәрхүм битараф һуйҙайып салонда ята, ә беҙ фанилыҡта нисек тә тереклек итер-гә маташып юлды көрәп алға барабыҙ, дөрөҫөрәге шыуышабыҙ. Бер аҙ-ым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма, бына ошо була инде! Аҡман-тоҡ-мандан күҙ алдары томаланған, арҡаны һалҡын тир шыбаҡшытҡан, сама-нан тыш арыуҙан быуындар хәлһеҙләнеп дерелдәй. Йөҙөнә йылмайыу би-тлеген йәбештергән Иван мине юрамал үсектерә, ирештерә төҫлө. Ҡыҙыл сепрәк күреп ярһыған күркәләй асыуҙы кемдән дә булһа ла алырға кәрәк бит: “Чему ты радуешься, идиот, что тут смешного?!” тип енләнеп барып те-генең яғаһына йәбешке килә. Үҙемде көскә тыйып килә инем, алыҫта, бик алыҫта ауыл уттары күренгәс өҫтөмдән тауҙай ауыр йөк төшкәндәй йылм-айып ебәрҙем:– Радуйся брат, домой доехали!Теге минең уй-теләгемде уҡып килгәндәй теш араһынан һыҡты:– Как видишь, твой брат всегда радостный...Иван тәү ҡарашҡа аҙ һүҙле, ҡырыҫ, хатта ҡайһылыр кимәлдә тәкәббер кү-ренһә лә өҙәрем юлға сыҡҡанда быуаһы йырыла ла ҡуя, хәбәрҙе ҡойолд-ораһынан һөйләй, ә мин ризалашып баш ҡағып, йә хайран ҡалыуымды, ғәжәпләнеүемде белгертеп тыңлайым, һөйләүсене ары ла тоҡандырып ебәреү маҡсатында бот та сабып ебәргеләйем ҡайһы саҡ.Бер көн ул ошоғаса йомоп килгән яҙмышының бер битен асты:– Етем үҫтем мин, нужа һурпаһын күп һемерелде. Атай-әсәй үлеп киткәс балалар йортонда тәрбиәләнеләр. Детдом, тип аталған ҡаҙна йортоноң мәрхәмәтһеҙ көнитмешен унда йәшәп ҡарағандар ғына бар дөрөҫлөгөндә аса алыр, сөнки ул урын - ташландыҡтар, артыҡтар, яңғыҙлыҡҡа дусар ит-елгәндәр донъяһы. Бирешмәнем һис ҡасан, илауҙың ни икәнлеген белмә-нем, туҡмалдым да, ҡыйырһытылдым да, мәгәр тешемде ҡыҫып түҙҙем. Мәктәптән һуң водитель һөнәрен үҙләштергәйнем, йәшем тулғас Армияға ебәрҙеләр, моряк булып өс йылдан ашыу хеҙмәт иттем. Кариб кризисы ха-ҡында ишеткәнең барҙыр, шул болала ла ҡатнашырға тура килде - Тәмәке ҡабыҙып ебәрҙе. - Хәрби хеҙмәттә лә йөрәк көйрәгән саҡтар йыш булды. Осҡонон йөрәгемә баҫып һүндереп, йәнемә һеңдереп, күңел көйөгөн сит-кә өрә торғайным. Әҙәм балаһы илап алырға тейештер ул, һирәкләп булһа ла. Ә ир кешегә билдәле - сит-яттарға күрһәтмәй генә. Ә минең күҙ йәштә-ре кипкәйне нишләптер, ҡайһы саҡ көсәнеп ҡарайым, әммә күҙҙәрем ҡо-ро килеш ҡалдылар. Хоҙай Тәғәлә, әгәр илай белмәйһең икән, ғүмерең бу-йы йылмайып йәшә, әйҙә, тигәндәй, бына ошо тамғаны һалды. Кризистан ҡотолдоҡ, тип Куба тарафтарынан ҡайтып килешләй трюмда янғын сыҡ-ты. Утты һүндереп маташҡанда дәһшәтле шартлау тулҡыны бер нисә егет-те еңел юнысҡылай ситкә ырғытты. Өсәү һәләк булды, ә мине Хоҙай ара-ланы. Шартлауҙан нисек башым өҙөлөп ситкә осмағандыр, шуныһы апты-ратты мине дауалаусы табиптарҙы. Үлмәй ҡалған өсөндөрмө, аҙаҡтан тү-шемә Ҡыҙыл Йондоҙ орденын ҡаҙанылар. Парадокс, тыныс тормошта йәшәү хаҡы аҡса бизмәне менән үлсәнһә, хәрби шарттарҙа кеше ғүмере ус аяһылай тимер киҫәге менән билдәләнә, баһалана. Хәҙер йәшәлә ошо ям-аулы, ҡоршаулы баш менән…Хеҙмәттәшем ғаилә фажиғәһен кисерҙе. Эшкә барғанымда ул гараж төбө-нә барып боҫҡан да өшөгәндәй бөршәйеп ҡалып йөҙөндәге йылмайыу битлеген алып ырғытырға теләгәндәй ике сикәһен тартып, зәһәр яҙмыш елдәренән ағарған сәстәрен асырғанып ыуа ине. Кәпәслеләр затынан бу-ла тороп күҙҙәремә йәш төйөлдө. Килеүемде абайлап ҡаршыма баҫты Иван, баҫты ла булмышына һеңешкән ғазаплы йылмайыуы менән йәнем-де үтәләй тишеп төбәлде, ә тамағы төбөнән ыңғырашыуға тартым ауаз һы-ғылып сыҡты:– Их, иларға ине, үкһеп-үкһеп, илай белмәйем!Күҙ йәштәре субырҙап ағыу – һауа торошо боларғандағы быҫҡаҡ, яҙын тау биләүҙәренән йүгергән ҡар һыуы ғына ул, көн яманы килә лә китә, ҡы-ртышы йыуылған, һуғарылған битләүҙәрҙә иһә ер кибеү менән үлән морон төртә. Ә бына йәндең илауы, йөрәктең һыҡрауы, булмыштың иңрәүе мәле-нән алда ҡартайта, гүргә алып инә илай белмәгән ирҙәрҙе…
Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Читайте нас: