Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 13:30

Оло йәштәге ҡатынды бындай аҙымға нимә этәргән?

Уҙған аҙнала Өфө ҡалаһында йәшәгән 54 йәшлек Фирҙәүес Әширбаеваның эшкә тип сығып китеп ғәйеп булыуы тураһында яҙғайныҡ. Әле был хәлдең үҙенсәлектәре асыҡланды.

Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәгән ҡатын иртән һәр ваҡыттағыса эшкә китә. Үҙе менән ашарға, алмаш кейем ала. Бер нимә лә шик тыуҙырмай. Уның Киров урамында урынлашҡан канцтауарҙар магазинанда йыйыштырыусы булып эшләгәне билдәле. Тик ул эшкә барып етмәй. Кис өйөнә лә ҡайтмай. Туғандары уның смс-хәбәр яҙыуын, ҡыҫҡа һәм үҙенә хас булмағанса яуап биреүен билдәләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләү һөҙөмтәләре фажиғәле тамамланды. Фирҙәүес апайҙы үлгән килеш табалар. Әле был хәлдең үҙенсәлектәре асыҡланды.
Ҡатын юғалыуға бер аҙна үткәс, уның кәүҙәһен Карьер күленән 800 метр алыҫлыҡта осраҡлы шаһиттар таба. Мәғлүмәттәр буйынса, Фирҙәүес ханым үҙенә үҙе ҡул һалған. Ни өсөн? Быны әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре асыҡлау менән шөғөлләнә.
Оло йәштәге ҡатынды бындай аҙымға нимә этәргән? Шул тиклем хәл итеп булмаҫлыҡ проблемалары булғанмы? Туғандары быны инҡар итә.
Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, ғүмерҙәребеҙҙе һаҡлайыҡ...
Фирҙәүес Әширбаеваның ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: gorobzor.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: