Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 17:00

Сәйнүгегеҙ ҡайнап ултырһын

Өләсәйемдең ғүмер буйы әйткән һүҙе "Уяндыңмы, сәйнүк ҡуй" булды.Күпте күрҙе ул: золом йылдарын да, төрмәһен дә, һуғышын да, Һөргөнөн дә; ҡайтып төшкәс, ҡайҙа, кемгә барырға белмәгән саҡтарҙы ла.

Өләсәйемдең ғүмер буйы әйткән һүҙе "Уяндыңмы, сәйнүк ҡуй" булды.Күпте күрҙе ул: золом йылдарын да, төрмәһен дә, һуғышын да, Һөргөнөн дә; ҡайтып төшкәс, ҡайҙа, кемгә барырға белмәгән саҡтарҙы ла. Тол ҡалды. Хәйерселекте кисерҙе... Бер урындан икенсе урынға бәрелеп, һуғылып йөрөүҙәр. Нимә эшләргә белмәгән саҡтар. Яңғыҙлыҡ мәлдәре.Әммә ул бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне. Биреләм тип тә нимә эшләһен инде? Ике бала, аҡсаһыҙлыҡ; бер ҡайҙан һәм бер кемдән ярҙам көтөрмөн тимә, терәк тә, таяныс та юҡ замандар.Бар булғаны - сәйнүген ҡайнатырға ҡуйыу.Һәр ваҡыт.Өләсәйемде күпме иҫләйем - уның сәйнүге һәр ваҡыт шыжлап ултырыр ине. Ҡаты итеп һалынған һинд сәйе... Үтә күренмәле айырым сәйнүктә - төрлө үләндәр ҡушып яһалған йәшел сәй...Һәм мин, бер тапҡыр ҙа, һис бер тапҡыр, уның сәбәләнгәнен, ҡурҡып ҡалғанын, ваҡ төйәккә асыуланғанын күрмәнем.Нәҙек оҙон аяҡтарында ныҡлы баҫып торҙо ул.Аҡсаһы юҡ ине - бәрәңгеһен бешерҙе.Кейеме булмаһа - иҫкеһен һүтеп тегеп кейҙе.Йәне көйөп киткәндә - көслөһө менән ҡойондорҙо ла, артабан йәшәне.Минең ҡулымдан килгән, ҡулымдан барыһы ла килгән мәлдәргә тиклем йәшәй алмауы өсөн бик үкенә инем. Мин уға икенсе тормош, етеш тормош, аҡсаға еңел генә һатып алып булған ҡәнәғәт тормош бирә алыр инем.Йәлләй инем, ә һуңынан аңланым. Ҡиммәтле тун кейеп, ыуылдырыҡ һыланған икмәк ашап өләсәйем бәхетлерәккә әйләнмәҫен аңланым.Шул замандағы өләсәйемде беҙҙең бөгөнгө тормошҡа алып ҡайтһаҡ ине ул.Короновирустан, аҡса осһоҙланыуҙан, үҙгәрештәрҙән ҡобарабыҙ осоуын күрһен ине ул. Күрһен дә, ҡаты ғына һүҙен әйтеп, бер ваҡытта ла икенсегә алмаштырырға теләмәгән, үлеренә дүрт көн ҡалғас плитала янып сыҡҡан йәшел сәйнүген ҡуйһын ине.Йәшәргә кәрәк.Ҡороғорвирустарына, аҡса осһоҙланыуҙарына, үҙгәрештәренә төкөрөп, йәшәргә кәрәк.Ҙурыраҡ, татлыраҡ өлөштө, йылыраҡ урындарҙы эләктереп ҡалырға тырышып, сәбәләнеп һуғышыуҙарҙы ситтәрәк ҡалдырып, йәшәргә кәрәк.Икенсе тормошто көтмәй, үҙ тормошобоҙ менән йәшәргә кәрәк.Үҙ календаребеҙ, үҙ һөйөүебеҙ, үҙ мәшәҡәттәребеҙ менән йәшәргә кәрәк.Үҙ сәйнүгебеҙҙе ҡайнатырға кәрәк, ҡәҙерлеләрем минең.Сөнки башҡаларҙың уйыны өсөн үҙеңде ҡорбан итергә ярамай. Ярамай... Ярамай...ишетәһегеҙме? Нисек кенә ябай әйтелмәһен - ғүмер бер генә. Тағы шуныһы - Ул бик тиҙ үтә.Сәйнүгегеҙҙе ҡуйығыҙ. Йәшәгеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын.Лиля ГрадТәржемә: Зилиә Шаймарҙанова
Фото: youla.ru
Читайте нас: