Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 13:10

Сдобный ҡамыр

1 литр һөттө һәм 3 стакан шәкәрҙе(шәрбәт яратмаһағыҙ күләмен кәметергә була) ҡайнатып, һыуытырға.Йылымыс һөткә бер пакетик ҡоро сүпрә(дрожжи) йәки бер кәсә сүпрә, 1 стакан он ҡушып, болғатып, ҡабартырға йылы урынға ҡуябыҙ.

1 литр һөттө һәм 3 стакан шәкәрҙе(шәрбәт яратмаһағыҙ күләмен кәметергә була) ҡайнатып, һыуытырға.Йылымыс һөткә бер пакетик ҡоро сүпрә(дрожжи) йәки бер кәсә сүпрә, 1 стакан он ҡушып, болғатып, ҡабартырға йылы урынға ҡуябыҙ. Ҡабарып сыҡҡас 250 грамм йомшаҡ майҙы, 3 йомортҡаны һалып, бер аш ҡалағы тоҙ ҡушып, ондо яйлап өҫтәй барып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Берәр сәғәткә урап, ҡабартырға ҡуябыҙ. Әҙер ҡамырҙан пирогтар ҙа, булочкалар ҙа эшләргә була.Майға бешерһәң дә ныҡ тәмле килеп сыға.Ҡайнатылған һөттөң тәме үҙенсәлекле нотка өҫтәүе менән бик оригиналь. Табаны майлап, булочканы теҙер алдынан бер аш ҡалағы һыу ҡойоп ебәрһәң, улар һутлыраҡ булып бешер. Эшләгән пирог-ләүештәрегеҙҙе шунда уҡ духовкаға тыҡмай,берәй 10-15 минут ҡабартып алһаң, һәм тығыҙлап һалмай урын ҡалдырыбараҡ теҙһәң,йомшағыраҡ була, күпереп бешә.Әйберегеҙ бешә торғансы, ярты стакан һөт менән ике аш ҡалаһы шәкәрҙе 2 минут тирәһе ҡайнатып, әҙерләп торорға. Бешеп сыҡҡан булочканың өҫтөнә һөртәбеҙ.
Файҙалы кәңәштәр
Читайте нас: