Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 16:25

Ҡыҙым, һиңә әйтәм, Киленем, һин тыңла !

- Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.- Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.- Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.- Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.- Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.-Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.

- Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.- Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.- Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.- Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.- Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.- Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.- Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.- Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан.- Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.- Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.- Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.- Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.- Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.- Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән, насар һөйләй алмаҫ.- Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.- Ирегеҙ менән үтә яҡын нәмәләрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.- Үҙегеҙ йоҡлаған простыняға ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ, аралар һыуыныр, исмаһам алмаштырығыҙ бөтә тышлыҡ, простыняларҙы.- Ирегеҙ биш бармаҡтың бер бармаҡлы ғына һеҙҙең сер, эшегеҙҙе белһен, башы тыныс булыр.- Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк,сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.- Кемде әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ-ҡоромағыҙҙар, бәхетле булғырҙар, хәләленән уңғырҙар тип.
Читайте нас: