Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2020, 13:35

Ҡатынын сылбырлап...

58 йәшлек ир аҡтығы ҡатынын тимер сылбырға бәйләп, үҙ йортонда ныҡ итеп туҡмаған.

Бөгөнгө заманда ла күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәре тарафынан ҡыйырһытылып йә иһә туҡмалып йәшәүе аяныс.
Ошо көндәрҙә Яңауыл районының бер ауылында ҡот осҡос хәл теркәлә. 58 йәшлек ир аҡтығы ҡатынын тимер сылбырға бәйләп, үҙ йортонда ныҡ итеп туҡмаған. Асыҡланыуынса, меҫкен ҡатынды ире өс сәғәттән ашыу төрлөсә мәсхәрәләй, туҡмай, аҙаҡ өйҙән сығып ҡаса.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын иренә ҡарата полицияға ғариза яҙыуҙан баш тартҡан. Әммә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре был ҡәбәхәтте эҙләүен дауам итә. Әйткәндәй, ир элек тә кеше һаулығына зыян килтереүе, йәғни кешене туҡмауы өсөн хөкөм ителгән булған. Ваҡиға урынынан тимер сылбыр, ҡайсы, игәү, ҡатындың халаты, уның сәстәре алынған.
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/atinin-silbir-a-b-yl-p-378639/
Читайте нас: