Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2020, 14:35

"Бире"

Ҡаршыларына сана һөйрәп килгән Санъярҙы күргән ҡыҙҙарҙың арыуы һыпырып алындымы ни? Кемуҙарҙан ҡаршы йүгереп, санаһына талаша ла башланылар. Береһе менеп ултырһа, икенсеһе уны төртөп төшөрөп, үҙе үрмәләй, өсөнсөһө быныһын аяғынан һөйрәп ташлап санаға ятып уҡ ала. Алаптай кәүҙәле иҫәр егет йә ҡуҙғалып китә алмай, йә был ут һымаҡ бисураларға ҡаршы төшөр һүҙ тапмай тапанып тик тора.– Йә! Нимә тораһың ҡатып? Апҡайт! – тип бойороҡ бирә Зөһрә, хатта ки етди төҫ менән.

Ҡаршыларына сана һөйрәп килгән Санъярҙы күргән ҡыҙҙарҙың арыуы һыпырып алындымы ни? Кемуҙарҙан ҡаршы йүгереп, санаһына талаша ла башланылар. Береһе менеп ултырһа, икенсеһе уны төртөп төшөрөп, үҙе үрмәләй, өсөнсөһө быныһын аяғынан һөйрәп ташлап санаға ятып уҡ ала. Алаптай кәүҙәле иҫәр егет йә ҡуҙғалып китә алмай, йә был ут һымаҡ бисураларға ҡаршы төшөр һүҙ тапмай тапанып тик тора.– Йә! Нимә тораһың ҡатып? Апҡайт! – тип бойороҡ бирә Зөһрә, хатта ки етди төҫ менән.– Ҡайҙа? – Санъяр күҙҙәрен селт-селт йомғолай.– Үҙеңә инде! Кәләш итеп алаһың бит мине! – эргәләгеләре һығылышып көлә.– Ҡа-ай... – егет санаһын ебенән тартып яҡынайта ла, унда һуҙылып ятҡан ҡыҙҙы этеп төшөрөргә ҡыймай бер ҡат әйләнеп сыға. – Апҡайтмайым.– Апҡатмай ҡара! Санаңа менеп ултырас – ипсе! Мин һиңә бисә булам, – үҙе шул хәбәренән һуң сыҙамай тегеләргә ҡушылып хахылдай башлай.– Я-аҡ!.. – иҫәр илай яҙып ҡаршылаша, – Кәрәкмәй... Миңә эт кәрәк. Тө-өш...– Кәрәген-кәрәкмәгәнен һорап тормайҙар аны! Санаңа ултырмаҫ инең!Шул ваҡыт быларҙың арттарынан ҡала биреп сыҡҡан Рәхимә еңгә ҡыуып етә лә, килә килеп яҡтауынан тотоп сананы ауҙарып та ебәрә:– Ошолайт һин аларҙы, Санъяр, ҡоторғандарҙы! – Улайтып ҡына ҡалмай, йомшаҡ ҡарҙа аунап ятҡан Зөһрәнең еткәнлеген белдереп ҡалҡып-тупайып сыҡҡан түш-осларын семеткеләп тә өлгөрҙө, – Йәки ошолайт!Ҡыҙҙар сыр-сыу килеп ҡасышып, еңгә уларҙы ҡыуып китте. Санъяр, улар артынан, ауыҙы йырылып ҡарап тора бирҙе лә, санаһын һөйрәп артабан ҡуҙғалды.Арыуыҡ йүгерешкәс аһылдашып туҡтаны ҡыҙҙар төркөмө.– Еңгәнең килгәнен күрмәй ҡалып, был Санъяр алып аттымы әллә тип, ҡот осто! – Зөһрә ауыҙынан боҫ борхотоп һаман һаһылдай.– Мин дә аңғармағанмын, анау алйотҡа ҡарап тороп, – уға Сәйҙә ҡушыла.– Әллә ней ҡыҙыҡ табып булышаһығыҙ шуның менән? Алйот булһа ла ир бит, кәүҙәһе кәүҙәме. Ҡыҙып китеп бер ҡундырыр – тормаҫтай итер әйтәгүр, – Рәхимә инде етдиләнеп киҫәтә.– Ул ҡундырғансы әле, ауыҙын саҡ астырабыҙ, – ҡыҙҙар аңларҙан түгел.– Ана, мин йәш саҡта беҙҙең ауылда бер алйот шулай бер ҡыҙҙы көсләне, теге бала ғәрлегенән аҫылынып ҡуйҙы. Башы эшләмәгәндең башҡа ағзалары ишшыу яман эшләй тей ул – аңғарып.Был хәбәрҙе ҡыҙҙар тағы көлкөгә күтәрҙе:– Шунан, Зөһрә, барырһың алйот Санъярға бисәлеккә!– Санаһына ултыртып апҡайтыр анда! Һа-һа-һай!– Йәйәү йүгереп китерһең әлеү!Был шаярыуҙарға йылмайып килһә лә, Рәхимә еңгә, бошонҡо ғына итеп өҫтәп ҡуйҙы:– Бахырҙың ҡустыһына ла бахарункы килгән икән, бирсәҙәтел әйтмәҫкә ҡушҡан, әллә ҡайһы берҙәр бахарункынан һуң да ҡайта ла килә бит, тигән...Ҡыҙҙар шау-шыуҙарынан үтеп был хәбәрҙе ишетмәне лә.Санъяр менән Сәйфулла ауылға утарҙан күсеп килгән. Утарҙа буй еткереп, ата-әсәһе үлгәс, улар ауылға килеп, бер иҫке өйҙө йүнәтеп ингән. Санъярына егерме алты-егерме ете тирәһе барҙыр, ҡустыһы ун туғыҙҙа. Икеһе лә ҙур кәүҙәле булып, “һәлп-һөлп” итеп атлап йөрөр, эште ҡапыл тотоноп ҡыҙыу башҡарыр, арымай-талмай әллә нимәләр ҡыйратып бөтөр холоҡ-фиғелдәренә ҡарап ауыл халҡы уларҙы йә енлеләр, йә бирелеләр тине, тора-бара исемдәрен дә онотоп “теге биреләр” тине лә ҡуйҙылар. Шул “биреләр”ҙең олоһо аҡылға теүәл түгел. Уҡый-яҙа белмәй, күп нәмәне аңламай, бала аҡылы ла юҡ әллә үҙендә. “Бар, ана шуны эшлә, бар быны алып кил” тигәнгә эшкинә былай. Ҡустыһы ла шулайтып үҙенә иш итеп алып йөрөйҙөр.Кеше яман да инде, шул иҫәрҙең дә ҡыҙығын табып тора. “Йәш бейәне егеп сыҡам, аныһы алаҡанлап килеп көрткә төштө лә батты, – тип һөйләй икән бер ағай. – Тулап-тулап та сыға алмай, хәле бөттө. Шунда анау алйот “бире” килеп сыҡты, әй. “Ҡана, ҡустым, атымдың аҫтына инеп күтәр әле”, – тигән булһам, был барып аҫтына инде лә китте бит бейәнең, ансама тимәй елкәһендә күтәреп маташа. Бейәнең күҙе аҡайған, минең ҡот китте, саҡ аралап ебәрҙем.” Эй, тыңлап көләләр. Икенсеһе һөйләй икән: “Ырҙынға аҡҡан ҡар һыуын аҙыраҡ ташып түк әле, тип ҡушҡан да придсидәтел, киткән икән, кискәрәк килһә был дүрәк һаман һыу ташып түгә икән! Арманһыҙ булған, аяғында саҡ баҫып тора тей, ә һаман ташый, тей. “Һин нимә, бөтөн яҙғы һыуҙы түгеп бөтөргә уйлайһыңмы?” – тип придсидәтел биҙрәләрен тартып алған. Һа-һа-һа!” Ошондай ҡыҙыҡтары күп ул алйот “бире”нең.Ҡустыһы башта хеҙмәткә, унан һуғышҡа алынғас, Санъяр бер үҙе ҡалды. Күңелһеҙләнеп, етемһерәп киткәндәй булһа ла, колхоз эшендә һыпырылып йөрөй, шуға паегын да бирәләр. Председателдең күҙенә генә ҡарап тора. Улай тиһәң, олораҡ кешеләрҙең барыһын да һис һүҙһеҙ тыңлай ул, хатта йомош ҡушһалар шатлығынан йүгереп-йүгереп китә. Бигерәк тә күршеһе Менәүәрә әбейҙең һүҙен үтәргә ярата. Һыу кәрәк тиһә — һыуға бара, мәке уй тиһә – уя, ҡул арбаһы менән бесәнен дә ташыша, һыйырым ҡайтманы тиһә, уныһын эҙләп китә. Ҡарсыҡ айҙы алғым килә, тиһә, айға ла ырғып ҡарар ине ул алйот, тип көләләр башҡа күршеләре. Былай үҙҙәре лә “бире”нең ярҙамынан баш тармай, эшләтеп, тамағын туйҙырып, булғанда мунсаһын төшөрөп сығаралар. Аҡылы теүәл түгел тип ҡыйырһытҡан, ҡаҡҡан кеше юҡ, әммә зыянһыҙ көлөргә, юҡ-бар тип мәрәкәләргә әүәҫтәр инде. Ҡалайтаһың, ауыл халҡы шул бит инде.Әле сана һөйрәп ырҙындан фермаға ем ташыуы. Аттар етешмәй, шуға председатель “бире”гә ваҡыты булғанда, ауылға ашарға юлланғанында, ем һалып алып барып йөрөргә ҡушҡан. Фермала мал аҫтын таҙалауҙа, ашатып-һуғарыуҙа йөрөгән иҫәр егет саҡ ҡына ҡулы бушау менән яҡтаулап эшләнгән ағас санаһын һөйрәй ҙә ырҙынға юллана, өс саҡрымды көнөнә әллә нисә урай. Шул йөрөүендә атҡа мохтажлыҡ та ҡалдырмай. Быға ҡыуанған әлеге председатель Бибисара апай: “Ай, шәп тә инде манау Санъяр ҡустым, бы һәтте бумаҫ! Кискә майлаптырып ыумас эсерәм икән”, – тиһә – бөттө! Эңер ҡуйырыуға саҡ туҡтатып алалар үҙен.Зөһрә район үҙәгенән ҡайтырға сыҡҡайны, көн боҙолдо. Буран йырып атлауын атлай ҙа ул, бара торғас йүнәлешен юғалтып, аҙашты ла китте. Эшенән йөҙ һылтау табып көн һорап, военкоматҡа барып килеүе ине. Һуғышҡа киткеһе килә уның да. Былай ҙа ун һигеҙе тулғанын саҡ көтөп алды. Баштан уҡ алынған атаһы тәүге йыл уҡ һәләк булды, унан бер-бер артлы ике ағаһына ҡара ҡағыҙ килде. Шуларҙың үсен алмаҡсы ҡыҙ. Әсәһенән, ауылдаштарынан йәшереп үткәндә үк ғариза биреп сыҡҡайны, бөгөн тағы барып яңыртты яҙмаһын. Военком нимә генә тип өгөтләһә лә, һүгенеп әрләп ташлаһа ла, кире ҡайырылыр уйы юҡ. Барыбер китәсәк!Күпме атлағандыр... Дөрөҫ барған булһа, ун ике саҡрымды күптән ҡайтып етергә тейеш. Ана шул аҙашҡанға ла йөрөйҙөр инде. Тик бер нисек тә ыңғайҙы самаларлыҡ түгел. Ер ҙә, күк тә, ураман-ҡырҙар ҙа бер булып болғанып, геүләп- олоп тик тора. Арманһыҙ булған ҡыҙ, ҡалайтырға белмәй туҡтап аптырап торғанында, ҡаршыһындағы буран пәрҙәһен йыртып саналы ат килеп сыҡты. Уның да хәле шул сама, бер аҙым атлай ҙа туҡтай, атлай ҙа туҡтай. Санаһында әҙәм заты күренмәй. Зөһрәнең йәнәшенә үк килеп еткәс, ҡыҙ уның теҙгененән тотоп алды. Унан тәртәһе буйлап барып санаһын ҡараһа, хужаһы эт шикелле йомарланған да ятҡан, имеш. Әллә үлгәнме тип, төртһә — юҡ икән, башын ҡалҡытты.– Ба-а! – “бире” Санъярҙы күреүгә ҡыҙ аптырауҙан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. – Кем һиңә ат тотторҙо?Күҙҙәрен секерәйтә биреп ҡарап Зөһрәне лә таныны иҫәр, бала кеүек ирәбе йылмайған булды.– Кем ат бирҙе тейем? – иҫәргә ат тоттормағандарын белгән Зөһрә яуап талап итте.– Ней... Бисара, – Бибисара апайҙың исемен әйтә алмай шулай тей ҙә ҡуя. Быға ышанғыһы килмәй ҡыҙҙың:– Алдама!– Алдамайым мин. Һалам апкил тине... – иҫәр ҡулындағы дилбегәһен ыуалап аҡлана.Зөһрә уға һынай биреп ҡарай ҙа, тағы һорау бирә:– Ҡайҙа киттең инде һаламға?“Бире” яурындарын ғына һикертә лә, атҡа төртөп күрһәтә:– Ул белә! Бая белде, апҡайттыҡ.Муса ҡарттың көн дә һаламға йөрөгән аты белһә беләлер ҙә, тик быны сығарып ебәреүгә ни сәбәпсе булғандыр, тип уйлай уға ҡарап ҡыҙ. Унан санаға менеп тегенең ҡулынан дилбегәне һыпыра тартып алып, атты ҡыуа. Бик белдекле һәм уҫал ҡылана. Йәнәһе, иҫәр ҡурҡһын. Сөнки үҙе унан шөрләй. Шуны белдергеһе килмәй.Һалам кәбәненә саҡ барып етте аттары. Ул арала ҡараңғы ҡуйырҙы, ә буран тынманы. Аяҡтан йығырлыҡ ел аҫтында һалам тейәү, тейәгән хәлдә лә арыған атты ҡыуыу була торған хәл түгел. Иҫәр нимәлер уйлайҙырмы, Зөһрә кәбән төбөнә сүгәләп аптыранып ҡалды. Шулай икәүләшеп өшөгәнсе ултырҙылар. Ахырҙа ҡыҙ бойороҡ бирә:– Атты туғар, – уны башҡарғас, кәбән төбөнә һалам ҡутартып һалдыра ла, үҙе шуны йырып инеп ултыра. Ҡарап торған тегегә лә шулайтырға ҡуша. Арыған, йонсоған булһа ла йоҡлап китергә йөрәге етмәй. Рәхимә еңгәнең һүҙҙәре иҫенә төшә. Айыуҙай кәүҙәле алпауытҡа ҡалайтһа ла көсө етмәҫен дә аңлай, тик әлеге мәл бер ҡайҙа ла китер ҙә, ҡасыр ҙа хәле юҡ. Тик күршеһенең уйын ғына белә алмай. Ултыра торғас һүҙ ҡуша:– Берәй насар нәмә уйҙаһаң – ҡара уны!Тегеһе йомоҡ күҙҙәрен асып ҡарап ҡала. Ҡыҙ башы менән янында һөйәүле торған ҡоралына иҙәй:– Эргәмдә – һәнәк!“Бире” ризалығын белдереп ихлас ҡына баш һелкә:– Һәнәк.– Ҡара уны, эсеңә ҡаҙармын!Иҫәрҙең күҙҙәре лә, уларға ҡушылып ауыҙы ла ҙур асылып китә:– Ҡай, ҡаҙама!– Улайһа, тик кенә ултыр!– Эһе.Бер аҙ ваҡыттан аҙыраҡ тынысланып, һалам эсендә ятып уҡ ала ҡыҙ. Тегегә лә шулайтырға ҡуша, юғиһә аяҡтары ойор. Ята торғас тағы хәбәр ҡуша:– Сәйфулланан хат киләме?– Килә.– Нимә тип яҙа?Иҫәр бер аҙ ғына тынып тора ла, таҡмаҡлап ебәрә:– Ҡар һыуҙары иреп аҡһа, туғайҙарҙы ҡандырыр, ғишыҡтарым шуны һәтте, ерҙе-күкте яндырыр...Таҡмаҡ бөтөр-бөтмәҫтән үк көлә лә башлай Зөһрә. Эй, алйот, хат ташыусы ҡыҙҙың үҙе сығарған таҡмаҡтары инде былар. Кем ағаһына шундай хәбәр яҙып ятһын. Хатта яҙылғанды барыбер аңламаҫ тип, үҙенсә юҡ-бар һөйләй ҙә китә инде теге шилма ҡыҙ.Зөһрә көлөп туҡтауға иҫәр тыныс ҡын итеп әйтеп ҡуйҙы:– Үлде ул Сәйфулла, ҡар булмағанда уҡ... Күп итеп ҡаны аҡты. Ҡайта алмаҫ инде, уны бит ергә күмделәр.Ҡыҙ аҡ пәрҙә аша уның йөҙөн күрергә итеп тексәйҙе:– Кемдәр күмде?– Күп кешеләр. Күмделәр ҙә һауаға “тох-тох” иттеләр... Ошо тирәһенә матур йәмәкәй һалдылар, – оҙон ҡулы менән үрелеп ҡыҙҙың түш тирәһенә бармаҡ осон тейҙергәйне, быныһы ырғып китте:– Ал ҡулыңды! Нишана! Һәнәк кәрәкме?!“Бире” кәбәнгә һырына биреп шылды:– Кәрәкмә-әй...Тағы бер аҙ шым яттылар. Ахырҙа ҡыҙ кемгә һөйләргә белмәй йөрөгән серен сисмәксе булды. Барыбер был аңламаҫ та, берәүгә лә һөйләмәҫ тә, тип.– Һуғышҡа киткем килә. Ишетәһеңме, бир... Санъяр? Мине һуғышҡа алырҙар микән, эх?..Күршеһе бер аҙ ваҡыттан ғына телгә килә:– Һин ут эсендә йүгереп йөрөйһөң, йүгереп йөрөйһөң... Бөтәһе лә яна.. үлә... ҡысҡыра... һин уларҙы һөрәйһең... һин илайһың... Мин дә илайым...Аптырауының сигендә көлә генә алды:– Һин нишләп илайһың?– Һин илағас... Һинең көсөң етмәгәс...– ...Ярты сәғәттәй һүҙһеҙ булғас, Зөһрә тағы өндәшә:– Сәйфулла ҡустыңдың класташы Ҡасим миңә хат яҙа.Быны ниңә әйткәндер, үҙе лә аңламай. Бер иҫәр менән тиң итеп һөйләшеп ултырыуын ҡыҙҙар белһә ятып көлөрҙәр ине лә, әле мәле ул түгел.– Ҡасим ҡайтмай... Ул ҙур һыуға төшөп китә.– Ыстағайым! Нимә һөйләһең, алйот! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала ҡыҙ. – Һине тыңлап ятҡан мин дә инде.“Бире”, гүйә, уны ишетмәй:– Бер ҡуллы кеше алып китә һине... алыҫҡа. Бер күҙе лә юҡ...– Ауыҙыңдан ел алһын! Етәр! Әллә нимәләр юрап ятма миңә! Нишана! – Зөһрә ҡалҡынып йоҙроғон һелкеп ала хатта, – Миңә күрәләтә бер ғәрипте теләп ята ишшыу бында! Үҙеңде алып китһен әйҙә бер ҡуллы, бер күҙле бисура.Иҫәрҙең тауышы баҫыла төшә:– Мин ул кеше килгәнсе булмайым, китәм...– Китерең буғымды! Йөрөрөң әле ошонда шул санаңды һөрәп. Мин бәләкәй саҡта ла йөрөй инең, ҡартайғас та йөрөрөң.Бынан ары һөйләшмәнеләр. Һепермә буран аҫтында баҫылып, ойоп киткән еренән, әллә төн уртаһында, әллә инде иртәнсәк, баҫлығып саҡ уянып китте Зөһрә. Уянһа – лысма һыу. Әйтерһең өҫтөндәге ҡар иреп аҡҡан. Башын ҡалҡытырға итһә, үңәсе ярылып киткәндәй булды. Муйынына тотондо. А-ай, телен дә ҡыбырлатмаҫлыҡ итеп тамағы шешеп сыҡҡан икән. Маңлайы ла сатнап ҡына килә... Ҡыҙ тороға маташып улай тулғанды, былай тулғанды, унан бер айы ҡалҡынғайны, аяҡтарына баҫа алмай кире ҡолап китте. Аҙыраҡ ятҡас тағы шулай маташты. Был юлы мәтәләп барып Санъярҙың өҫтөнә төштө. Тегеһе ҡурҡып уянды ла, һикереп тороп баҫты. Ҡыҙ уға тотоноп ҡалҡынырға итте, тик барыбер аяҡтары тыңламаны. Был юлы уны ҡолауҙан егет тотоп ҡалды.– Темә миңә... Ишетәһеңме, бире?.. Бармағыңды тигеҙәһе.. бума... Һәнәк...Иҫәр, ҡулында һәленеп төшкән ҡыҙға ҡарап ҡалды.Аҙна тирәһе һаташып-тулап аурыны ла, килде лә торҙо Зөһрә. Өләсәһенең үләндәре лә килештеме? Ә Санъяр лыпын ятҡан. Ат егә белмәгән икән, бахыр, иҫен юйған Зөһрәне санаға һалып үҙе һөйрәп алып ҡайтҡан. Ҡалтырап, янып, аяҡтарын һөйрәп саҡ килеп еткән, тиҙәр. Һыуыҡ тейгән икән уға ла. Өләсәһе йәлләп өйҙәрендә алып ҡалған, тәрбиәләй бына хәҙер. Зөһрә лә эштән бушағанда эргәһенә килеп ултыра, тик һөйләшә алмай нишләптер ауырыу, шуға йыр йырлай йәки әкиәт һөйләй ҙә китә. Аңлаймы-юҡмылыр – ҡарап ҡына ятып ҡала.Артабанғы ваҡиғалар уйламаҫтан ҡапыл үҙгәреп китте. Зөһрәгә повестка килде! Был яҡтан һуғышҡа алынған тәүге ҡыҙ булғас, уны оло шау менән бөтә ауыл сығып оҙатты. Шул китеүенән өс ай санитарҙар курсын үтте лә, ут эсенә инде. Нимә генә күрмәне, ниҙәр генә кисермәне ошо юлында! Бер ҡаты бәрелеш мәлендә, яу яланынан дәү кәүҙәле командирын һөйрәгәндә көсө етмәй ергә ятып үкһегәндә... “бире”нең һүҙҙәрен иҫләне... Унан ауылына хат яҙғайны, Санъяр шул ятыуынан тора алмай вафат булған, тинеләр.Һуғыш бөттө. Күптән хаты килмәгән Ҡасимдың да ҡара ҡағыҙын алған булған икән туғандары. Ул Днепрҙы аша сыҡҡанда һыу төбөнә киткән... Сәйфулла ла күптән башын һалған, уға герой исеме биреп, орденын түшенә һалып ерләгәндәр, салют биргәндәр. Быларҙы бергә булған яуҙаштары яҙып ебәрә. Һуғыштың тәүге көҙө үк һәләк була ул. Ауылдаштары иҫәр ағаһын үҙҙәренә килгән хаттарҙы күрһәтеп әүрәтеп кенә йөрөткән икән. Ҡатындар тырышҡан... ә ул белгән. Ҡыуанып тыңлаған, таҡмаҡтарына ҡул сапҡан булған...Тағы ла бер-нисә йыл госпиталдә эшләгән Зөһрә, бер ҡулы һәм күҙен юғалтҡан фронтовикка эйәреп китеп, Кавказ тауҙары итәгендә ғүмер һөрә. Тыуған яғын һағынған йылы кистәрҙә ауылы, әсәһе, өләсәһе, әхирәт ҡыҙҙары менән бер рәттән “бире”не лә иҫләй. Ул бит уның ҡәҙерле хәтирәләренең бер өлөшө, иҫләмәй һуң...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
фото https://oboi.ws/wallpaper-8833/
Читайте нас: