Яйыҡ
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 13:23

1,8 миллион һумлыҡ грант

Учалы ирекле янғын һүндереү командаһы уңышы

1 миллин 800 мең һумлыҡ федераль грант оттолар улар. Бөтә Башҡортостандан берҙән-бер еңеүсе.
Конкурста “Янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү” проекты менән ҡатнашҡан булалар. Төп асылы – йорт буйлап янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре күҙәтелеүҙе тикшереү өсөн ирекмәндәрҙе техник йәһәттән әҙерләү.
Бөгөнгө көндә “Учалы районы ирекле янғын һүндереү командаһы” урындағы йәмәғәт учреждениеһы 360 тирәһе кешене берләштерә. Һәр ауыл Советында үҙ дружиналары булдырылған, команда барлығы 8 пост ҡуйған. Төпкөлдә урынлашҡан ауылдарҙа янғын сыҡһа, тап улар 24-се часть хеҙмәткәрҙәренән дә алда барып етәләр, ти.
Бик тә кәрәкле структура был. Команданы тотоу өсөн ауыл хакимиәтенән аҙ-маҙ ғына иғәнә һораһалар, ҡарунланмайыҡ, инәлтмәйек.
Читайте нас: