Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 36 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 607-гә еткән, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
«1536 пациент – амбулатор шарттарҙа, 204-е стационарҙа дауалана. 35 кеше – ауыр хәлдә», — тине министр.
Ведомство етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, яңы коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республикала 4845 кеше һауығып сыҡҡан.
https://www.bashinform.ru/news/1477041-v-bashkirii-chislo-infitsirovannykh-covid-19-prevysilo-6-6-tysyach-chelovek/